+12 °С
Ямғыр
VK
Бөтә яңылыҡтар
Дөйөм мәҡәләләр
6 Октябрь 2020, 22:42

Төшөп ҡалған шоколадтар

Балалар йоҡлар алдынан әкиәт һорай. Бөгөн һуңыраҡ ятҡастар һөйләмәнем. Уның урынына әкиәтле массаж эшләнем. Шундай алымыбыҙ ҙа бар беҙҙең))) Эй, ҡыҙыҡтар инде, ниндәй генә фантазиям булмаһын, тыңлайҙар бит әле. Ҡапыл килеп сыҡҡан сюжет ошондай булды:

Гөлсинә ЙОСОПОВА:
Балалар йоҡлар алдынан әкиәт һорай. Бөгөн һуңыраҡ ятҡастар һөйләмәнем. Уның урынына әкиәтле массаж эшләнем. Шундай алымыбыҙ ҙа бар беҙҙең)))
Эй, ҡыҙыҡтар инде, ниндәй генә фантазиям булмаһын, тыңлайҙар бит әле. Ҡапыл килеп сыҡҡан сюжет ошондай булды:

Поездың иң һуңғы вагонынан шоколадтар төшөп ҡалған. (Ошо урында хатта "ура" тинеләр.)) Улар күүп икән, төрлө-төрлө. Эргәлә генә уйнап йөрөгән балалар йүгерешеп килгән. "Әйҙә, һанайыҡ", - тигәндәр. Камила исемле ҡыҙыҡайҙың сумкаһына йыя башлағандар. Тулғас, Рамаҙандың рюкзагына ла күп итеп һалғандар.
Шунан һуң бөтәһен дә бүрәнәгә теҙеп һалғандар. Иң беренсе өсөнсө класта уҡыған Сара һанай башлаған. Бер, ике, өс, дүрт....ун. Шунан сират беренсе класта уҡыған Рамаҙанға килеп еткән. Ул унға тиклем инглизсә һанаған. Артабан биш йәшлек Камил иҫәпләгән кәнфиттәрҙе. Малай бер, ике, өс, алты, ете тип буталһа, төҙәтеп ебәргәндәр. Унан дүрткә тиклем генә һанатҡандар. Тәк, бөтәһе нисә кәнфит булды? Уны һәр кемгә нисәшәрҙән бүлеп бирергә була?
Дүртенсе класта уҡыған Камила: "Был кәнфиттәр беҙҙеке түгел бит, алырға ярамайҙыр. Әйҙә, станцияға барып һорашайыҡ, кәнфиттәрен бирәйек", - тигән. Киткәндәр шунда.
- Эйй, шулай шул, төшөп ҡалғайны шул шоколадтарыбыҙ. Ҡайһылай аҡыллы балалар икән һеҙ, үҙегеҙҙеке булмаған әйберҙе кире ҡайтараһығыҙ. Бына шундай тәртипле булғанығыҙ өсөн дә ул шоколадтарҙы үҙегеҙгә алығыҙ, - тигәндәр.
Балалар ҡыуанған һәм рәхмәт әйткән. Улар кәнфиттәрҙе нисәшәрҙән бүлешеп алған икән?
Читайте нас: