+12 °С
Ямғыр
VK
Бөтә яңылыҡтар
Дөйөм мәҡәләләр
6 Октябрь 2020, 12:25

"Сәңгелдәк"кә төшөү еңелме?

"Сәңгелдәк"кә төшөү серҙәре менән мөхәррир Зөлфиә Даянова бүлешә.

Ҡыҙым менән “Сәңгелдәк” тапшырыуын ҡарайбыҙ. Бәләкәс кенәләр үҙҙәре, ә ысын артистар кеүек ышандырып һөйләй беләләр. Үҙ балаңдың бер-ике әйткән һүҙен генә лә телефон видеоһына төшөрөп алам тиһәң, килештерә алмай ҡара тирең сыға, ә бында тотош тапшырыу эшләйҙәр. Оялғандарын, тулҡынланғандарын әҙ генә күрһәтһәләрсе! Ғөмүмән, ”Тамыр” телеканалындағы тапшырыуҙарҙы балаларҙың ысын артистар, журналистар кеүек алып барғандарын гел һоҡланып ҡарайым. Улар әле бер ҡайҙа ла уҡымаған, юғары уҡыу йорттарында был һөнәргә өйрәтмәгәндәр...
Бәләкәстәр менән нисек шөғөлләнгәндәрен, төшөрөү мәленең нисек уҙғанын, ҡыҫҡаһы, “Тамыр”ҙың ысын, эске тормошон белеү теләге алып килде мине “Сәңгелдәк”, “Иләү” тапшырыуҙары мөхәррире, Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған матбуғат һәм киң мәғлүмәт хеҙмәткәре Зөлфиә Даянова менән осрашыуға. Мәсетле районы Тимерәк ауылы ҡыҙы, егерме дүрт йыл бәләкәстәр менән эшләгән һылыуҙың үҙе менән дә яҡынданыраҡ танышыу ине теләгем.
– Зөлфиә, бәләкәй балалар менән тапшырыуҙар эшләүе ҡыйын түгелме?
– Балалар донъяһы – ул үҙе бер айырым тормош. Улар ҡылана, уйҙарын, тойғоларын йәшерә белмәй, нисек бар – шулайҙар. Бер көн съемкалар ваҡытында ихлас эшләһә, икенсе мәл уйламағанда ғына кәзәһе төкөп ҡуйырға ла мөмкин. Шуға күрә, тапшырыу һәйбәт килеп сыҡһын тиһәң, төрлө сүрәткә керергә тура килә: балаларҙы эшкә көйләр өсөн һин психолог та, артист та, үҙҙәре кеүек сабый ҙа булып бөтәһең. Иң мөһиме – бында уйнарға түгел, ә ҙур эш башҡарырға килгәндәрен, телевизорҙан уларҙы күп кешеләрҙең ҡараясағын, шуға ла эшкә етди ҡарарға тейешлектәрен аңлатыу. Ҡыҙыҡ инде улар. “Һине “Сәңгелдәк”тә атайың менән әсәйең, өләсәйең менән олатайың, туғандарың, дуҫтарың күрәсәк. Матур ғына төшһәң, ҡыуанырҙар, ҡалай маладис, тип һине маҡтарҙар”, – тип ебәрһәң, шунда уҡ етдиләнеп китәләр, тырыша башлайҙар. Ысын мәғәнәһендә эшләйҙәр. Тапшырыуҙарға төшкән, “Иләү”ҙә ҡатнашҡан балаларҙы бәләкәй коллегаларым, тип атар инем. Мәктәпкә киткән балаларҙы “пенсияға оҙаттыҡ” тип шаяртыуыбыҙ юҡҡа ғына түгел...
– Улың Шамил да коллегаң булдымы?
– Эйе, әлбиттә. Минең менән бергә “Иләү” тапшырыуҙарын алып барҙы. Ул ваҡытта беҙҙә эшләгән мөхәррирҙәрҙең балалары тапшырыуҙарҙа ҡатнаша торғайны, сөнки телде лә яҡшы беләләр, үҙ балаңа талапсаныраҡ та булырға мөмкин, тигәндәй...
– Хеҙмәткәрҙәрҙең балалары әсәләренә, ғәҙәттә, кем тип өндәшә?
– “Апай” тип әйтәләр ине. Мин улыма эфир ваҡытында “әсәй” тиергә рөхсәт иттем. Шулай баланың эшкә мөнәсәбәте ышаныслыраҡ та, йылыраҡ та, тәбиғиерәк тә килеп сыға ине. Йәйге каникулды улым һәр ваҡыт ауылда ҡәртнәһе-ҡарттаһы менән уҙғарғас, теле матур, бөтә башҡорт өндәрен дә дөрөҫ итеп әйтә, уның менән эшләү еңел булды. Тәрбиәгә килгәндә, мин уға бер ҡасан да ҡаты булманым, уйлағанын эшләп ҡарарға рөхсәт иттем һәм үҙең һығымта яһа, тиер инем. Әле лә килеп тыуған мәсьәләләрен һәр ваҡыт үҙе хәл итә, мин ҡайһы ваҡыт кәңәш кенә бирәм. Балаң яҡшы булһын тиһәң, үҙең яҡшы бул, тиер инем мин.
– Тапшырыу төшөрөү барышын бер аҙ һүрәтләп үт әле?
– Әҙерлек бер аҙна алдан башлана. Камераға заявка бирелә. Сценарий яҙаһың, уны режиссер ҡарап сыға, үҙенең фекер-тәҡдимдәрен индерә. Аҙаҡ балаларға текст менән танышырға, һүҙҙәрен ятлап килергә ҡушыла. Студияны әҙерләү ҙә еңелдән түгел. Камераларҙы ҡуйыу, яҡтылыҡты тейешенсә урынлаштырыу, студияны биҙәү – бик ентекле һәм ваҡытты ала торған эш. Былары бер булһа, икенсенән, бала менән эшләү – үҙе ҙур яуаплылыҡ. Студияла ултыраһың, һиңә төрлө яҡтан камералар ҡарай, ут яҡтырта, яныңда талапсан мөхәррир, режиссер тора. Шул мәлдә һин ҡаушамай, яңылышмай һөйләргә тейешһең. Күп ваҡытта кескәйҙәр һүҙҙәрен онота, дөрөҫ итеп ҡабатлай алмай, береһе әйтһә, икенсеһе өнһөҙ ултыра. Шундай осраҡта ҡат-ҡат төшөрөргә тура килә. Әйтә алмаһалар, сценарийҙы үҙгәртеп тә ебәрәһең. Аҙағынаса йыш ҡына, мәғәнәһе шул уҡ ҡалһа ла, һүҙҙәре икенсе төрлөгә әйләнеп бөтә. Камера алдында өлкәндәр түҙә алмай әле...
– Баламды “Сәңгелдәк”кә йөрөткөм килә, башҡортса матур һөйләшә, тигән атай-әсәйҙәрҙе ишеткәнем бар. Уларға, бәлки, кәңәштәрең булыр?
– Башҡортса һөйләшеү – балалар тапшырыуҙарында төшөүҙең бер шарты ғына. “Бер нисә шиғыр ятлатығыҙ, әкиәт өйрәтегеҙ. Тәүҙә радиоға, “Иләү” тапшырыуына яҙҙырып ҡарарбыҙ”, – тип кәңәш итәм ундай теләге булған әсәй-атайҙарға. Сөнки радиола монтажлап эфирға сығарыуы еңелерәк. “Бер шиғырҙы белә ул...” – тиҙәр. “Берәү әҙ була, күберәк өйрәтегеҙ”, – тиһәм, шул әсәйҙәр юҡ була. Уларҙың балаға шиғыр ятлатып ултырырға ялҡауы килә. Балаһы башҡортса һөйләшкәс, уны алып килеп ҡалдыралар ҙа, беҙ өйрәтергә тейеш тип уйлайҙар. Беҙ бала менән эшләйбеҙ генә. Уның телмәрен үҫтереү, төрлө уйындар уйнатып, шиғырҙар, әкиәттәр һөйләргә өйрәтеү – атай-әсәйҙәрҙең бурысы. Съемка ваҡытында бала робот кеүек ҡабатлап ҡына ултыра алмай. Уға эмоцияларын күрһәтергә кәрәк, ә бының өсөн ул нимә һөйләгәнен аңларға, күңеленән кисерә белергә тейеш. Аңламайынса ҡабатлап ҡына ултырһа, яһалма, йәнһеҙ килеп сығасаҡ. Тәтелдәк, шиғырҙарҙы күп белгән балаларҙың да камера алдында юғалып ҡалған, ҡурҡыпмы, оялыпмы, бер һүҙ әйтә алмай илап сыҡҡандары ла осрай...
– Темаларҙы ҡайҙан табып, нисек һайлайһың?
– Алдан уҡ яҡынса план төҙөп ҡуям. Нисә йыл эшләйем, темалар бөтмәй, яңынан-яңылары табылып тора. “Сәңгелдәк” тә, “Иләү” ҙә – танып-белеүгә ҡоролған тапшырыу. Тәбиғәт, хайуандар, ер-һыуға ҡағылышлы яҙмалар һәр балаға ҡыҙыҡ. Туғандар, дуҫтар араһындағы мөнәсәбәттәрҙе лә ябай ғына итеп аңлатабыҙ. Ҙурыраҡтар өсөн йәйге ял, имтихандар темалары йыл да ҡабатланһа ла, геройҙар, проблемалар алышынып торғас, һәр бер тапшырыу үҙенсә.
– “Тамыр” телеканалына эшкә килеү юлы нисек булды?
– БДУ-ның башҡорт филологияһы һәм журналистикаһы факультетының яңы асылған журналистика бүлегенә уҡырға кергәйнем. Беҙ был бүлектең тәүге ҡарлуғастары булдыҡ. Төркөмдәштәремдең күбеһе гәзиттәрҙә эшләп килгән тәжрибәле журналистар, араларында йәш хәбәрселәр ҙә бар. Ә мин ул ваҡытта мәктәпте яңы тамамлап килгәнмен, район гәзитенә генә әҙерәк яҙышҡанмын. Үҙемде бер нәмә лә белмәгән итеп хис иттем дә, башҡорт бүлегенә күстем дә ҡуйҙым. Диплом алғас, “Китап” нәшриәтенә корректор булып килдем. Гүзәл Борханова телевидениела эшләй ине. Аралашҡанда, эшен күҙҙе ҡыҙҙырырлыҡ итеп һөйләй торғайны. Тапшырыуҙарын тыңлап барам. Минең дә, эй, телевидениела эшләгем килә ине шул саҡтарҙа. Бер ваҡыт, сценарийҙар яҙ ҙа, Фархшатова Луиза Азаматовнаға алып кил, бер ҡыҙ декретҡа китте, шуның урынына кеше кәрәк, тип шылтыратты. Өс сценарий яҙып алып барғайным, оҡшаттылар, эшкә саҡырҙылар. Шулай “Тамыр” телеканалына барып эләктем. Бик күп ваҡыт үткән шунан алып. Декретта ла йыл ярым ғына ултырҙым. Эшем күңелемә яҡын, башҡа урынды күҙ алдыма ла килтермәйем.
– Һин билдәле яҙыусы Тәскирә апай Даянованың ҡыҙы. Тәскирә апайҙың балалар өсөн әкиәт-хикәйәләре, үҫмерҙәргә ҡыҙыҡлы повестары күп. Бәләкәй сағыңда әсәйең әкиәттәрҙе күп һөйләнеме?
– Инәйем, әсәйҙе беҙҙең яҡта шулай тиҙәр, беҙ йоҡларға ятҡан һайын әкиәт һөйләй торғайны. Тәүҙә – беҙгә, аҙаҡ – ейәндәренә. Күберәген үҙе уйлап сығара, китаптан да күп уҡыны. Бигерәк тә төрлө халыҡ әкиәттәре йыйынтығындағы ҡыҫҡа-ҡыҫҡа ғына әкиәттәрҙе яраттыҡ. “Ҡамыр батыр”ҙы яратып тыңлағаным хәтеремдә. Атаһы улына йүгән биреп, бар, һарайға сыҡ та йүгәнеңде шылтырат, ҡайһы ат боролоп ҡарай, шуға атланып китерһең, ти. Быға бер ҡорсаңғы ғына тай ҡарай. Ә егет шәберәк аттың ҡарауын теләй. Икенсе көнө лә баяғы ҡорсаңғы ҡарай. Өсөнсө көнөнә лә шул хәл ҡабатланғас, миңә яҙғанылыр тип, күнә. Йүгән һалыуы була, ат матурайып китә. Эйәр һалһа, толпарға әйләнә. Шунан егет атланып сығып китә. Иң тәүҙә Тау батыр, унан Йүгерек, Ер тыңлар, Һыу уртлар батырҙар осрай. Уларҙы ла эйәртә. Мин бөтәһе лә шул бер атҡа атланып ала икән, тип уйланым ниңәлер. Шуға ла инәйемә, оҙон ат тураһында әкиәт һөйлә әле, тигәнем иҫтә. Һүрәтен дә төшөрөргә ярата торғайным: альбом битенә башын, алғы аяҡтарын эшләп, ҡорһағына килеп етәм дә, икенсе битендә дауам итәм, өсөнсө битендә тамамлап, артҡы аяғы менән ҡойроғон төшөрөп ҡуям. Өс биттән торған ат килеп сыға шунан. Һәм уны зәңгәргә буяйым.
Үҙем әкиәт һөйләй белмәйем. Улыма ла, һиңә бит ҡартнәйең һөйләй, ти инем...
Читайте нас: