+12 °С
Ямғыр
VK
Бөтә яңылыҡтар
Дөйөм мәҡәләләр
6 Октябрь 2020, 16:05

Бүтәндәрҙән айырылып тороу - тәбиғи

Һәр бала ҡабатланмаҫ.

Һәр бала ҡабатланмаҫ. Һәр береһенең үҙенә күрә һәләте, проблемалары, ихтыяжы. Ата-әсәнең бурысы – ошо ихтыяжды өйрәнеү һәм ҡәнәғәтләндереү. Малайҙарҙың ихтыяжы ҡыҙҙар өсөн мөһим дә булмауы ихтимал.
Балаларҙың нимәгәлер өйрәнгәндә лә бер-береһәнән ныҡ айырылыуы мөмкин, шуға күрә сабыйыңды бүтәндәр менән сағыштырып аҙапланыу урынһыҙ. Белем үҙләштереү тибы буйынса балалар өс төркөмгә бүленә: йүгеректәр, йөрөүселәр, һикерәндәктәр. Йүгеректәр тиҙ өйрәнә, йөрөүселәр һәүетемсә өлгәшә, уларҙың уңыштарын һиҙмәй ҡалыу мөмкин түгел. Иң ауыры – һикерәндәктәрҙе тәрбиәләү. Улар бер нәмә лә өйрәнергә теләмәгән төҫлө тойола. Әммә килер бер мәл – уңыштары күҙгә күренеп артыр. Улар һуңлап атҡан сәскә кеүектәр.
Ата-әсәгә улы менән ҡыҙына булған һөйөүен бер иш кимәлдә, бер төрлө белдереү ярамай. Мәҫәлән, ҡыҙҙы нығыраҡ ҡурсалау мөһим. Әгәр малайға ла шундай уҡ мөнәсәбәт икән, ул үҙенә ышанып етмәйҙәр тип уйлар. Ир балаға ышаныс күрһәтеү мөһим. Әгәр ҡыҙ баланан артыҡ яуаплылыҡ талап итһәң, үҙен ныҡ яратмайҙар тип һанауы ихтимал. Атайҙар яңылыш ҡыҙҙарына малайҙар өсөн кәрәкле сифаттар һеңдерһә, әсәйҙәр иһә улдарына ҡарата артыҡ хәстәрлекле булып ҡуя.

Джон Грейҙың "Балалар - Күктән" китабынан.

Читайте нас: