-6 °С
Болотло
VK
Бөтә яңылыҡтар
Дөйөм мәҡәләләр
5 Октябрь 2020, 17:15

Яуаптарҙы Николай Дроздов та тикшергән

Һеҙ ҙә тирә-яҡ мөхитте һаҡлау буйынса белемегеҙҙе тикшереп ҡарай алаһығыҙ.

Беренсе каналда барған “Йәнлектәр донъяһында” исемле мауыҡтырғыс тапшырыуҙы бер тапҡыр булһа ла ҡарағанығыҙ барҙыр.
Уның алыштырғыһыҙ алып барыусыһы Николай Дроздов яңыраҡ бөтә Рәсәй буйлап үткән һорауламала баһалама ағзаһы булараҡ ҡатнашҡан.
Тирә-яҡ мөхитте һаҡлауға арналған һорауламала теләгән һәр кем тест һорауҙарына яуап биргән.
Николай Дроздовтан тыш тест һорауҙарын Рәсәйҙең Тәбиғәт министры Дмитрий Кобылкин да уҡыған.
“ЭкоТолк” Бөтә Рәсәй акцияһы киләһе йыл да ойоштороласаҡ, уны әле лә ecologyofrussia.ru/ecotalk2020/ һылтанмаһы аша үтеү мөмкинлеге бар.
Һораулама “Экология” милли проекты сиктәрендә ойошторола.
Читайте нас: