+12 °С
Ямғыр
VK
Бөтә яңылыҡтар
Дөйөм мәҡәләләр
5 Октябрь 2020, 18:15

ВЕРТОЛЁТ МӘМЕРЙӘҺЕ

ТӘБИҒӘТ ҠОМАРТҠЫЛАРЫ

ВЕРТОЛЁТ МӘМЕРЙӘҺЕ, Әхмәрупҡаны (тәбиғәт ҡомартҡыһы). Ауырғазы р‑ны Әхмәр ауылының төньяҡҡа табан 1 км алыҫлыҡта Һарыйылға (Өршәк йылғаһы бассейны) урынлашҡан. Карст мәмерйәһе, көңгөр ярусының аҡһыл һоро гипстарында барлыҡҡа килгән. Оҙонлоғо 1768 м, тәрәнлеге 50 м. Ауыҙ тәрәнлеге 40 м һәм диаметры 80 м тирәһе булған упҡан соҡорҙа урынлашҡан. Мәмерйә көньяҡ- көнсығыш йүнәлешендәге 100 м тиклем оҙонлоҡтағы, 40 м тиклем киңлектәге, 6 м тиклем бейеклектәге ике төп параллель һөҙәк-ауыш галереянан тора. Уларҙан көньяҡ-көнбайышҡа табан юлдар китә, юлдарҙың бер өлөшө соҡорҙоң һыртында һәм галереяның түбәһендә асылыусы үрге ҡоро ярусты барлыҡҡа килтерә. Галереяның стеналары һәм түбәһе ныҡ ашалған, емерелеп төшөү ҡурҡынысы бар. Иҙәне кибеп ярылған ҡамыр кеүек киҫәкле ҡалын балсыҡ ҡатламы м‑н ҡапланған, унан һыу һарҡа. Мәмерйәнең көнсығыш өлөшөндә 2 м тиклем тәрәнлектәге күл бар. Ҡышын һәм иртә яҙҙа мәмерйәлә боҙлосталагмиттар, сталактиттарһәм кристалдар барлыҡҡа килә. Ваҡыты менән мәмерйәгә ҡар һыуы тула. Ауыҙы эргәһендә ҡарама, дым яратыусы үләндәр үҫә, соҡорҙоң стена соҡалталарына күгәрсендәр оялай, мәмерйәлә — ярғанаттар, күлдәбалыҡтар, тәлмәрйендәрйәшәй.
Читайте нас: