+13 °С
Болотло
VK
Бөтә яңылыҡтар
Дөйөм мәҡәләләр
5 Октябрь 2020, 12:07

"Уҡытыусының балалар менән бер тулҡында булыуы мөһим"

"Был – уңышлы белем биреү сере". Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров уҡытыусыларҙы һөнәри байрамдары менән ҡотланы.

Бөгөн Уҡытыусылар көнө. Был гүзәл байрам арҡылы Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров уҡытыусыларға ҡотлау менән мөрәжәғәт итте:
“Ҡәҙерле уҡытыусыларыбыҙ һәм педагогик хеҙмәте ветерандары!
Бар йөрәктән һеҙҙе Уҡытыусылар көнө менән ҡотлайым! Был бар халыҡтың яратҡан байрамы, сөнки һәр беребеҙҙең тормошо мәғариф менән тығыҙ бәйләнгән.
Йәш быуынды оло тормошҡа илткән юл ата-әсәләрҙең фатихаһы, мәктәптә һәм юғары уҡыу йорттарындағы уҡытыусылар биргән белем, остаздарҙың тырышлығы менән һалына.
Педагог Сухомлинскийҙың “Йөрәгемде балаларға бирәм” тигән һүҙҙәре һеҙҙең баһалап бөткөһөҙ хеҙмәтегеҙҙең асылын һынландыра. Намыҫлы, яуаплы эшегеҙ менән юғары бейеклектәргә өлгәшәһегеҙ.
Хәҙерге заман уҡытыусыһы аҡыл, һанлы компетенцялар менән ҡуллана белеү, уҡыусыларға ҡарата сабырлыҡ һәм эскерһеҙ һөйөү, уларҙы үҙаллы фекерләүгә өйрәтеүгә ынтылыш кеүек сифаттарға эйә булырға тейеш.
Балаларҙың уҡытыусы тарафынан дуҫлашырға, ижад итергә, яңы офоҡтарға ынтылырға өйрәнеүе, уның менән бер тулҡында булыуы мөһим. Был – уңышлы белем биреү сере.
Коронавирус инфекцияһы таралыу шарттарында ла уҡытыусылар бурыстарын еренә еткереп үтәй, зинһар өсөн үҙегеҙҙе һаҡлағыҙ, медицина хеҙмәткәрҙәре талаптарын үтәгеҙ.
Хеҙмәтегеҙ артабан да республиканың сәскә атыуына булышлыҡ итһен.
Ныҡлы һаулыҡ, именлек теләйем.
Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров”.
Читайте нас: