+11 °С
Облачно
VK
Дөйөм мәҡәләләр
5 Октября 2020, 12:20
КҮҢЕЛЛЕ МАТЕМАТИКА
Зәлифә КАШАПОВА МәктәпкәУрал быйыл мәктәпкәБеренсе тапҡыр бара.Уға бөгөн әсәһеМатур дәфтәрҙәр ала. “Дәфтәр хаҡы ике һум”, —Һатыусы һанап һала.Дүрт дәфтәрҙе әсәһеНисә һум түләп ала? Уңған ҡыҙТауыҡтарға ем һала,Һис иренмәй Зиләбеҙ.“Йомортҡаны һана!” — тип,Уңған ҡыҙға бирәбеҙ. Зилә ике ҡулынаБерәр йомортҡа алды.Ул күнәгенә шулайБиш тапҡыр һанап һалды. Уңған ҡыҙ күнәгендәНисә йомортҡа икән?Дөрөҫ яуапты табып,Кем алдан бирер икән?
Добавить в предпочтительные источники Google
Зәлифә КАШАПОВА
Мәктәпкә
Урал быйыл мәктәпкә
Беренсе тапҡыр бара.
Уға бөгөн әсәһе
Матур дәфтәрҙәр ала.
“Дәфтәр хаҡы ике һум”, —
Һатыусы һанап һала.
Дүрт дәфтәрҙе әсәһе
Нисә һум түләп ала?
Уңған ҡыҙ
Тауыҡтарға ем һала,
Һис иренмәй Зиләбеҙ.
“Йомортҡаны һана!” — тип,
Уңған ҡыҙға бирәбеҙ.
Зилә ике ҡулына
Берәр йомортҡа алды.
Ул күнәгенә шулай
Биш тапҡыр һанап һалды.
Уңған ҡыҙ күнәгендә
Нисә йомортҡа икән?
Дөрөҫ яуапты табып,
Кем алдан бирер икән?
Читайте нас
MAX
вк
ок
Партнеры
Фотобанк журналистов РБ
Рубрика "Еда и напитки"
Рубрика "Животные"