Ә күмәкләшеп балан йыйыуы – үҙе бер кинәнес. Ағинәйҙәр теләк теләп балан йыйҙы, беҙгә лә өйрәтте. Күмәкләшеп түңәрәктә милләтебеҙ уйындары уйнаныҡ, йырлаштыҡ. Төрлө ризыҡтарҙан ауыҙ иттек, самауыр сәйе эстек. Балан байрамы беҙгә бик оҡшаны. Онотолмаҫ хәтирә буласаҡ был байрам. Өлкәндәргә рәхмәтлебеҙ.