+12 °С
Ямғыр
VK
Бөтә яңылыҡтар
Дөйөм мәҡәләләр
4 Октябрь 2020, 18:15

ҠОРМАНАЙ МӘМЕРЙӘҺЕ

ТӘБИҒӘТ ҠОМАРТҠЫЛАРЫ

ҠОРМАНАЙ МӘМЕРЙӘҺЕ, Оло Ҡорманай мәмерйәһе (тәбиғәт ҡомартҡыһы) (1965). Ауырғазы р‑ны Ҡорманай ауылының көнсығыш ситендә Ауырғазы йылғаһы үҙәненең уң битләүендә урынлашҡан. Карст мәмерйәһе, көңгөр ярусы гипстарында барлыҡҡа килгән. Көнсығыш һәм көньяҡ‑көнсығыш йүнәлештәге ауыш үткел һәм каналдарҙан торған лабиринттан тора. Оҙонлоғо 850 м, киңлеге 1,5 м, бейеклеге 1,5 м, майҙаны 275 м2. Ауырғазы йылғаһынан 8 м бейеклектәге соҡорҙа бер‑береһенән 4-5 м аралыҡта ятҡан 2 инеү урыны (киңлектәре 5 м һәм 0,7 м, бейеклектәре 2 м һәм 0,8 м) бар. Диуарҙарында гипс кристалдары ҡатламдары һәм уға ҡушылған сит өлөшсәләр осрай. Иҙәне балсыҡ менән ҡапланған, таш киҫәк өйөмдәре бар. Мәмерйәлә 1 м тәрәнлектәге бәләкәй күлдәр бар
Читайте нас: