+12 °С
Ямғыр
VK
Бөтә яңылыҡтар
Дөйөм мәҡәләләр
3 Октябрь 2020, 17:00

РӘМИ ҒАРИПОВ

"Башҡорт батшаларға башын эймәгәнде, башҡаларға ғына баш эймәҫ"; "Йөрәгендә халҡы булмағандың кеше булырға ла хаҡы юҡ"

Рәми (Рәмил) Йәғәфәр улы Ғарипов (12.02.1932-20.02.1977) Башҡортостандың Салауат районы Арҡауыл ауылында колхозсы ғаиләһендә тыуа. Һуғыш бөтөүҙең икенсе йылында тыуған ауылында етенсе класты тамамлағас, ул Өфөгә килеп 9-сы башҡорт мәктәбенә уҡырға инә, шул мәктәп янындағы интернатта тәрбиәләнә.
Рәми Ғариповтың шиғырҙар яҙыуы Арҡауыл мәктәбендә уҡығанда уҡ башлана, ә Өфөлә 9-сы мәктәптә уҡығанда әҙәби түңәрәктә актив ҡатнашыу, кисәләрҙә яҙыусылар менән осрашыу уның ижадын йәнләндереп ебәрә. Тормоштоң айышы, йәшәү мәғәнәһе, заман һулышы менән бәйле мотивтар нығына, поэтикаһы халыҡсан тасуирҙар менән байыға. Рәми Ғариповтың ҡобайыр формаһына мөрәжәғәт итеүе лә һис осраҡлы түгел. Ул башҡорт халыҡ поэзияһының фекер тәрәнлеге, мәғәнә теүәллеге, форма камиллығы кеүек иң яҡшы сифаттарынан ижади өйрәнә һәм үҙ шиғырҙарында шуларҙы яңыса үҫтереү хәстәрлеген күрә.
Башҡортостандың халыҡ шағиры (1992, үлгәндән һуң).
Салауат Юлаев исемендәге премия лауреаты (1988, үлгәндән һуң).
Уның шиғри юлдары афоризмдар булып, йыш ҡына телгә алына. Мәҫәлән: "Башҡорт батшаларға башын эймәгәнде, башҡаларға ғына баш эймәҫ"; "Йөрәгендә халҡы булмағандың кеше булырға ла хаҡы юҡ" һ.б.
1994 йылдан 1-се Башҡорт республика гимназия-интернаты үҙенең күренекле уҡыусыһы Рәми Ғарипов исемен йөрөтә.
Ошо уҡ йылда гимназия Рәми Ғарипов исемендәге премия ла булдырҙы.
Читайте нас: