Агрессив ҡылана, буштан-юҡҡа ыҙғыш тыуҙыра.
Иң ҡыҙыҡ нәмәләрҙә лә иғтибарын туплай алмай (әйтәйек, йәнһүрәт ҡрағанда, китап уҡығанда).
Ауырлыҡ менән йоҡлап китә, тынысһыҙ йоҡлай.
Әүҙемлеге теүәл бер маҡсатҡа йүнәлтелмәй (мәҫәлән, уйнап түгел, ә буштан-юҡҡа, кәрәкмәгәнгә ырғандай, һикерә).
Һәр ваҡыт, хатта ултырғанда ла, хәрәкәттә (ҡулдарын, аяҡтарын болғай, туҡтауһыҙ башын борғолай, урынында һикерәндәп ултыра).
Ҡурҡыныс янағанда иҫкәртеп әйткәнгә ҡолаҡ һалмай.
Хәбәрҙе аҙағынаса тыңлап бөтә алмай, йыш ҡына бүлдерә.
Тыныс ҡына ултырып уйнай алмай, нервыһы етмәй.
“Былай ғына” әүҙем бала хәрәкәт талап иткән уйындарҙы ла ярата, ләкин, уны ҡыҙыҡтыра икән, оҙаҡ ваҡыт ултырып та уйнай ала. Арыған , ялҡҡан саҡтарында ла “аҡылдан шашмай” ғына үҙен ҡулда тоторға һәләтле.
Бүтән балалар менән һуғышыуы йыш ҡына үҙен яҡлауға ҡайтып ҡала.
Мәктәптә еңел уҡый, иғтибарлы, күҙәтеүсән. Бындай баланың мейе эшмәкәрлеге менән физик әүҙемлеге гормонияла була.