+22 °С
Ясна
VK
Бөтә яңылыҡтар
Дөйөм мәҡәләләр
3 Октябрь 2020, 12:50

БАШҠОРТОСТАНДА СЕБЕР КЕДРЫ

Себер кедрын йыш ҡына Себер ҡарағайы тип атайҙар.

Был ағастың бейеклеге – 50 метрға, олононоң әйләнәһе ике метрға етә. Уларҙың йәше биш-һигеҙ быуат тип һанала.
Кедр Башҡортостанда ла үҫә. Белорет ҡалаһынан алты километр алыҫлыҡта урынлашҡан урман хужалы­ғында 1906 йылда ултыртылған Себер кедрҙары үҫә. Ике гектар майҙанды биләй.
Бында үлән бик ҡуйы түгел, ер өҫтө ылыҫ менән ҡапланған.
Күҙәтеүҙәр буйынса, 60 йыллап үҫкән ағаста 1600-ҙән ашыу тубырсыҡ була. Йыл һайын сәтләүек бирә. Берәүһендә етмешләп орлоҡ етешә, был – беҙҙең яҡ өсөн һәйбәт уңыш. Кедр сәтләүеге менән тейендәр ҙә рәхәтләнеп һыйлана. Оҙаҡ йәшәүе, үҙағасының яҡшы сифатлы булыуы, ҡиммәтле сәтләүеге – былар барыһы ла кедрҙы беҙҙең республикала күберәк ултыртыу кәрәклеге хаҡында һөйләй.
Читайте нас: