+12 °С
Ямғыр
VK
Бөтә яңылыҡтар
Дөйөм мәҡәләләр
3 Октябрь 2020, 13:11

Балыҡ ҡайҙа булған?

– Минең балығым юғалды, – тип мырш-мырш танау тартты Мыраубай. – Ул бәләкәй генә, матур ғына ҡараҡай ине, баш – йомро, ҡойроғо ла бар ине. Кисә мин уны ошо банка менән йылғанан тотоп алып ҡайтҡайным. Бөгөн ҡараһам – ул юҡ.

Ҡояшлы, матур бер көндә Аҡтырнаҡ урам буйына уйнарға сығып китте. Ул ҡайтҡанда Мыраубай, алдындағы банкалағы һыуға ҡарап, күңелһеҙ генә тупһала ултыра ине. Аҡтырнаҡ та банканы килеп ҡараны. Әммә банкалағы һыуҙа бер нәмә лә күрмәне.
– Бер нәмә лә юҡ бит! – тип аптыраны Аҡтырнаҡ.
– Ҡҡ шул, – тине бошонҡо тауыш менән Мыраубай. Шул саҡ тупһа аҫтынан:
– Бер нәмә лә... – тигәнгә оҡшаған тауыш сыҡты.
Аҡтырнаҡ ҡурҡышынан хатта һикереп китте:
– Кем ул?
– Белмәйем, – тине Мыраубай. – Ул тауыш иртәнән бирле сыға инде.
Аҡтырнаҡ тупһа аҫтын ҡараны, тик унда бер нәмә лә күрмәне.
– Ә һин ниңә ҡайғырып ултыраһың? – тип һораны ул Мыраубайҙан.
­ – Минең балығым юғалды, – тип мырш-мырш танау тартты Мыраубай. – Ул бәләкәй генә, матур ғына ҡараҡай ине, баш – йомро, ҡойроғо ла бар ине. Кисә мин уны ошо банка менән йылғанан тотоп алып ҡайтҡайным. Бөгөн ҡараһам – ул юҡ.
– Берәйһе урлағандыр! – тине Аҡтырнаҡ.
– Бәлки осоп киткәндер? – тине Мыраубай.
– Балыҡ нисек осһон! – тип ҡаршы төштө Аҡтырнаҡ.
– Эйе шул, – тип Мыраубай уның менән ризалашты.
Аҡтырнаҡ тупһа аҫтына эйәлеп:
– Эй, тауыш! Ә һин балыҡтың ҡайҙа булғанын күрмәнеңме? – тип һораны.
– Ю-ю-юҡ, – тип яуапланы тауыш. – Баҡ-баҡ. Күрмәнем, баҡ-баҡ.
– Әһә! – тине лә Аҡтырнаҡ, тупһа аҫтына инеп китте.
Дуҫтар, ә һеҙ балыҡтың ҡайҙа булғанын аңланығыҙмы?
Читайте нас: