+12 °С
Ямғыр
VK
Бөтә яңылыҡтар
Дөйөм мәҡәләләр
2 Октябрь 2020, 12:00

Яңы мәҙәниәт йортонда балалар өсөн уйын бүлмәһе лә бар

Шулай уҡ бинала урынлашҡан китапханала ҡурсаҡ театры булдырылған.

Дүртөйлө районының Әсән ауылында "Мәҙәниәт" милли проекты сиктәрендә мәҙәниәт йорто асылды.
Бинала иркен тамаша залы, түңәрәктәр өсөн махсус бүлмәләр бар, балалар өсөн уйын майҙансығы ла булдырылған.
Мәҙәниәт йортонда яңы быуын китапханаһы ла урынлашҡан: бында ауыл халҡы үҙен ҡыҙыҡһындырған мәғлүмәтте "һә" тигәнсе таба ала.
Электрон китаптар, планшеттар, хатта ҡурспла театры - быларҙың барыһы ла төрлө быуын вәкилдәренә ваҡыттарын файҙалы, ҡыҙыҡлы уҙғарырға булышлыҡ итәсәк.
Мәҙәниәт йортон асыу тантанаһында шулай уҡ киң ҡолас менән мәшһүр шағир Шәйехзада Бабичтың тыуыуына 125 йыл тулыу ҙа билдәләнде. Сарала район, республика кимәлендәге мәртәбәле ҡунаҡтар, Әсән ауылы халҡы ҡатнашты.
Шәйехзаданың бала сағы үткән ауылды хәҙер заманса, бар шарттар ҙа булдырылған мәҙәниәт йорто биҙәй.
#ВладимирПутин #национальныепроекты#нацпроекты #региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан
Айгөл ЙӘМИЛЕВА
Читайте нас: