+13 °С
Болотло
VK
Бөтә яңылыҡтар
Дөйөм мәҡәләләр
2 Октябрь 2020, 19:50

"ЙӘШЕН ТАШЫ" (ГРОЗОВОЙ КАМЕНЬ)

... шул таштарға һуҡһаң йәки яңылыш тейһәң — йәшен йәшнәй...

Асы ауылынан йыраҡ түгел, Юрмаш йылғаһының уң як ярында ятҡан ҡыҙғылт төҫтәге ҙур таш өйөмдәрен Йәшен ташы тип атайҙар. Элек-электән тирә-яҡтағы башҡорттар араһында, әгәр ҙә шул таштарға һуҡһаң йәки яңылыш тейһәң — йәшен йәшнәй, тигән ырым йәшәп килә.
XX быуаттың 70-се йылдарында профессор Г. Фахрушев был таштарҙы өйрәнергә була. Тау тоҡомдары балсыҡлы эзбизташтан торған мергель булып сыға. Таштарҙың тәбиғи булмаған көсө тураһындағы «уйҙырма»ны шунда уҡ алып ташлай һәм был феноменға үҙенең аңлатмаһын бирә: «Был урын йәшен болоттарын үҙенә тартып тора. Юрма йылғаһы буйында ҙур тау массивтары урынлашҡан. Ул тауҙарҙың башында — таштары ҡойолоп ятҡан яланғас түбәләр. Шулай уҡ был тирәлә Ер ҡабығы сатнаған урындар аша радиоактив газдар сыға, улар һауаны ионлаштыра һәм йәшен болоттарын хасил итеүҙә булышлыҡ итә».
Бындай асыштан һуң 20 йыл эсендә тәбиғәттең «асыуы»н килтерергә теләүсе туристар һаны ҡырҡа арта. Шуныһы ҡыҙыҡ, «Батый яуы»нан һуң был тирәлә йәшен атыу осрағы ла бермә-бер күбәйә. Ләкин метеорологтар был күренеште сираттағы ҡояш әү-ҙемлегенә бәйләй.
Бөгөнгө көндә бик күп туристарҙы йәлеп итә.
Мәғлүмәт интернет селтәренән алынды.
Читайте нас: