-5 °С
Ҡар
VK
Бөтә яңылыҡтар
Дөйөм мәҡәләләр
2 Октябрь 2020, 16:55

БУРАНБАЙ СӘСӘН

Ҡайһы ерҙә, ниндәй исем менән йөрөп, ниндәй эш ҡылһа, шул урында уның тураһында тарих тыуған”, – тип яҙған Мөхәммәтша Буранғолов. Ғәбит сәсән Арғынбаев Буранбай хаҡында былай тип әйткән: “Ул йырлағанда кешеләр үҙ-үҙҙәрен онотҡан: ит турап ултырғандар ҡулын киҫкән, һыуҙан ҡайтып килгән ҡыҙҙар һыуын түккән, ауырыуҙар, сирен онотоп, тороп ултырған”.

Буранбай сәсән тураһындағы мәғлүмәттәрҙе Мөхәмәтша сәсән Буранғолов “Фольклор ижадсылары” исемле ҡулъяҙмаһына яҙып ҡалдырған.
“Буранбай исеме аҫтында башҡорт халҡының бик күп көйҙәренең һәм йырҙарының авторы булған реаль шәхес тора. Уның :“Ялан Йәркәй”, “Һыр”, “Тәфтиләү“, “Хажғәле “Иркутский“, “Бөркә тал”, “Сәлимәкәй”, “Шаһибәрәк”, “Аҡ яурын сал бөркөт” йырҙарын һәм көйҙәрен авторы. Ул баяр-тархандарға, илде һәм халыҡты талаусыларға ҡаршы болалар ойоштороусы батыр ҙа. Ҡайһы ерҙә, ниндәй исем менән йөрөп, ниндәй эш ҡылһа, шул урында уның тураһында тарих тыуған”, – тип яҙған Мөхәммәтша Буранғолов үҙенең ҡулъяҙмаларында. Шулай уҡ Мөхәмәтша Буранғоловҡа “Урал батыр” эпосын яттан еткергән Ғәбит сәсән Арғынбаев Буранбай хаҡында былай тип әйткән: “Ул йырлағанда кешеләр үҙ-үҙҙәрен онотҡан: ит турап ултырғандар ҡулын киҫкән, һыуҙан ҡайтып килгән ҡыҙҙар һыуын түккән, ауырыуҙар, сирен онотоп, тороп ултырған”. Буранбайҙың даны тирә-яҡҡа таралған. Ул Наполеон һуғышында дан ҡаҙанып, күкрәге тулы миҙал, батырлығы өсөн алтын һаплы ҡылыс алып ҡайтҡан.
1812 йылда Таналыҡтың ҡушылдығы булған Оморҙаҡ йылғаһы буйында, элекке утар урынында Буранбай ауылы барлыҡҡа килә. Ауылдың исеме йорт старшинаһы, 14-се дәрәжәле чиновник Буранбай Ҡотдос улы Һөйөндөков хөрмәтенә “Буранбай” тип йөрөтөлә башлай. Тәүҙә Буранбай 6-сы кантонда төҙөлгән ғәскәрҙең Ырымбур һәм Себер буйы сиктәренә оҙатып йөрөгән башлығы булған.
1811 йылда кантон башлығы Аҡҡол Биктимеров Буранбайға, икенсе йорт старшинаһы Ибраһим Айсыуаҡовҡа башҡорттарҙың резерв командаһынан (уларҙы сик буйына барыуҙан ҡотолдороу өсөн, йәнәһе) аҡса йыйырға ҡушҡан. Аҡсаны кантон башлығы үҙләштергән, ә Буранбай менән Ибраһимды ғәйепләп, 1820 йылда Себергә һөргөнгә ебәргәндәр. Әммә Буранбай, Верхнеуральск ҡалаһына еткәс, ҡасып киткән. Легендаларға ҡарағанда, һөргөндән ҡасҡас, Буранбай үҙенә Йәркәй исеме алған һәм Туҡ-Соран (хәҙерге Ырымбур өлкәһе) яҡтарында, Юшатыр буйҙарында, әлеге Әбйәлил тарафтарында йөрөгән. Ҡайһы бер легендаларҙан күренеүенсә, ул был яҡтарҙа үҙенең батырлығы, сәсән һәм ҡурайсы булыуы менән дан ҡаҙанған. Уның үҙе тураһында ла халыҡ йыр сығарған. “Буранбай” тип йөрөтөлгән әҫәрҙе йырсылар бөгөн дә яратып башҡара.
Читайте нас: