+3 °С
Ясна
VK
Бөтә яңылыҡтар
Дөйөм мәҡәләләр
2 Октябрь 2020, 23:40

Балалар тураһында ҡыҙыҡлы факттар

Балаларҙың ашҡаҙаны грек сәтләүеге кеүек кенә! Бына ни өсөн йыш ашарға һорайҙар икән...

1. Балалар өс йәшенә тиклемге хәлдәрҙе хәтерендә ҡалдыра алмай. Был осорҙо психологтар “балаларға хас хәтер булмау” тип атай.
2. Әгәр бәләкәс кешенең кәүҙәһе уларҙың мейеһе үҫешкән тиҙлектә үҫһә, бер айҙарына 77 кг тирәһенә етерҙәр ине.
3. Балалар баштарындағы мәғлүмәтте 7 йәштән генә бер тәртипкә һала башлай.
4. Музыкаль инструменттарҙа уйнарға йә йырларға яратҡан балалар математик һәләттәрен арттыра, иғтибарын тупларға өйрәнә
5. Сабый тыуғас та тирә-яҡты аҡлы-ҡаралы төҫтә генә күрә. Бер нисә айҙан әкренләп әйберҙәрҙе төҫлө итеп күрә башлай.
6. Мыҫҡылға дусар булған балалар үҫкәс йыш ҡына депрессияға бирелеүсән, үҙ-үҙенә ҡул һалыу ҡурҡынысы янай, тынғыһыҙ булалар. Мыҫҡыллауҙар уларҙың үҫешен тотҡарлай, һаулығына ла зарар килтереүе, хатта өлкәнәйгәс экономик хәленә кире йоғонто яһауы бар.
7. Балаларҙың ашҡаҙаны грек сәтләүеге кеүек кенә! Бына ни өсөн йыш ашарға һорайҙар икән...
8. Бәләкәс күҙен йомһа, ул һеҙҙе күрмәгәс, һеҙ ҙә уны күрмәйһегеҙ тип уйлай. Беҙгә был ҡыҙыҡ, ә улар өсөн был бик мөһим, сөнки улар әле логик фекерләй белмәй, бөтә нәмәне лә нисек бар, шулай ҡабул итә.
Читайте нас: