+12 °С
Ямғыр
VK
Бөтә яңылыҡтар
Дөйөм мәҡәләләр
2 Октябрь 2020, 12:29

Балалар ҙа шат, ололар ҙа шат

"Башҡорт ихаталары"ның шәп үҙенсәлеге - уның сиктәрендә балалар өсөн мауыҡтырғыс та, хәүефһеҙ ҙә уйын майҙансыҡтары төҙөлә.

Ейәнсура районының Иҫәнғол ауылында икенсе йыл рәттән "Башҡорт ихаталары" проекты бойомға ашырыла. Был ваҡыт эсендә ике ихата төҙөкләндерелгән, юлдарға асфальт, уйын майҙансыҡтарына йомшаҡ ҡулайламалар түшәлгән.
Ихаталарҙа төнөн дә яҡты, тирә-йүнде видеокамералар күҙәтә. Күптән түгел бында ауыл халҡы менән берлектә күк шыршы, ҡайын, миләш үҫентеләре ултыртылды.
Читайте нас: