-4 °С
Болотло
VK
Бөтә яңылыҡтар
Дөйөм мәҡәләләр
1 Октябрь 2020, 19:55

ЯМАНТАУ

ТӘБИҒӘТ ҠОМАРТҠЫЛАРЫ

Белорет районы тәбиғәт ҡомартҡылары
Ямантау— Көньяҡ Уралдың иң бейек түбәһе — 1640 метр. Ямантауҙың итәктәрендә үҙенсәлекле үҫемлектәр бар. Уларҙы Башҡортостанда үҫкән һәр төрлө ағас, үләндәрҙең иң әрһеҙҙәре тип атарға мөмкин. Сөнки Ямантауҙа бик көслө дауылдар була. Ҡайһы саҡ тотош урмандарҙы аҡтарып ташлай. 1962 йылдағы көслө дауыл тау итәгендә үҫкән уҫаҡ урманының 80 процентын юҡ иткән. Тау башында һәр саҡ ел булғанлыҡтан, бөжәктәр юҡ кимәлендә. Уларҙы елһеҙ ваҡытта ғына осратырға мөмкин. Тауға күтәрелә барған һайын ағастар ҙа, ҡоштар ҙа, бөжәктәр ҙә, үҫемлектәр ҙә төрлөләнә бара.
Читайте нас: