Ҡыҙылъяр мәмерйәһе - тәбиғәт ҡомартҡыһы (1965). Белорет р‑ны Инйәр ауылынан төньяҡҡа табан 22 км алыҫлыҡта Инйәр йылғаһы үҙәненең һул битләүендә урынлашҡан. Карст мәмерйәһе, Минйәр свитаһы эзбизташтарында барлыҡҡа килгән. Рәшәткә рәүешендәге лабиринт мәмерйә. Оло Инйәрҙең уң яғында урынлашҡан. Мәмерйәнең эсендә тәрәнлеге 13 метр булған ҡоҙоҡ бар. Күлдәр бик күп. Мәмерйәнең оҙонлоғо 100 метрға етә һәм күл менән тамамланып ҡуя. Кальцит һарҡыуҙары һәм ҙур таш киҫәктәре өйөмдәре осрай. Стеналарында гелектит һәм кальцит кристалдары бар. Уйһыу урындарында һыу йыйылған. Ғәҙәттә яҙғы ташҡын ваҡытында һыу баҫа. Мәмерйәлә быуа ярғанаты йәшәй.