+12 °С
Ямғыр
VK
Бөтә яңылыҡтар
Дөйөм мәҡәләләр
1 Октябрь 2020, 11:20

МӨХӘММӘТ ИБН МУСА ӘЛ-ХӘРӘЗМИ

Фәндең билдәле тарихсыһы Джон Сартон уны «үҙ ваҡытының бөйөк математигы һәм, әгәр бөтә ваҡиғаларҙы иғтибарға алғанда, ул бөтә ваҡыттарҙаң да бөйөктәрҙең береһе» тип атай.

Беҙҙең өсөн бөйөктәрҙең тормош юлы, хаттары,сығыштары аҡыллы фекерҙәргә бай булыуы менән генә түгел, ә ысын тормошто сағылдырыуы менән дә ҡиммәтле.
Әбү Ғабдулла Мөхәммәт ибн Муса әл-Хәрәзми (яҡынса 780 йыл (Хивала тыуған )— яҡынса 850 йыл) — үзбәк математигы, астрономы, географы. Әл-Хәрәзми 9 хеҙмәт авторы. Хеҙмәттәре ғәрәп теленән латин теленә, һуңынан европа телдәренә тәржемә ителә. Улар нигеҙендә математиканан төрлө дәреслектәр төҙөлә. Уның хеҙмәттәре Яңырыу дәүерендә фәндең барлыҡҡа килеүендә мөһим роль уйнай.
Ғалимдың тормошо тураһында мәғлүмәттәр бик аҙ һаҡланған. Ҡайһы бер сығанаҡтарҙа әл-Хәрәзмиҙе «әл-мәджуси», йәғни күрәҙәсе, бынан аҙаҡ ул ислам динен ҡабул иткән зороастрий ҡанбабалар ырыуынан сыҡҡан тиелә.
Әл-Хәрәзмиҙең тыуған иле — Хорезм, хәҙерге Үзбәкстан һәм Төрөкмәнстан биләмәләрен үҙ эсенән ала.
Яҡынса 830 йылдарҙа Мөхәммәт ибн Муса әл-Хәрәмзи алгебра буйынса беренсе билдәле ғәрәп трактатын булдыра. IX быуаттың мәшһүр ғалимдарының береһе, классик алгебраға нигеҙ һалыусы булараҡ танылған. Әл-Хәрәзми алгебраны һыҙыҡлы һәм квадрат тигеҙләмәләрҙе сығарыуҙың дөйөм ысулдары тураһындағы үҙаллы фән кеүек күрһәтә, был тигеҙләмәләрҙең классификацияһын бирә. Уның исеме “алгоритм” һүҙенең нигеҙендә ята, синус функцияһынан торған ентекле тригонометрик таблицалар әҙерләй.
Астрономия өлкәһендә - ул календарҙар, планеталарҙың дөрөҫ торошо иҫәбен, параллакс һәм ай-ҡояш тотолоу иҫәбен, астрономик таблицалар төҙөү, айҙың кәүҙәләнешен билдәләү тураһында һөйләй. Ул Ҡояштың, Айҙың һәм планеталарҙың, ҡояш тотолоу торошоноң ентекле иҫәбен бойомға ашыра. һәм География өлкәһендә әл-Хәрәзми «Ер картинаһы китабы» яҙа. Әл-Хәрәзми «билдәле донъяның» картаһын төҙөү өсөн 70 географтың эштәрен өйрәнә.
Тарихсылар әл-Хәрәзминең фәнни эшен дә, популярлаштырыу эшен дә юғары баһалай. Фәндең билдәле тарихсыһы Джон Сартон уны «үҙ ваҡытының бөйөк математигы һәм, әгәр бөтә ваҡиғаларҙы иғтибарға алғанда, ул бөтә ваҡыттарҙаң да бөйөктәрҙең береһе» тип атай.
Читайте нас: