+12 °С
Ямғыр
VK
Бөтә яңылыҡтар
Дөйөм мәҡәләләр
1 Октябрь 2020, 13:30

КЕСКӘЙҘӘР ҺӨЙЛӘЙ

ҠӘҘИМДЕҢ ҠЫҘЫҠТАРЫ Бәләкәй Ҡәҙимдең дә баҙға төшкөһө килеп мыжып, илаулап йөрөй икән. Ахыры, ныҡ еңешкәс, төшөргәндәр тегене лә. Тик күп тә үтмәй Нургизә уның башына яңылыш биҙрә һелтәгән. Ул башын тотоп илай башлағас, әсәһе һорай:— Әйттем бит мин һиңә, төшмә, тип! Әйҙә, сыҡ баҙҙан! Ныҡ ауырттымы башың?— Юҡ, әсәй, ауыртманы. Ауыртһа ла миңә рәхәәәт ул.... — тип яуаплай Ҡәҙим.* * *Ҡәҙим Юлай ағаһына уфтанып тороп ҡайғыһын һөйләй, ти.— Юлай ағай, мин ахыры 8-се кластан артыҡ уҡый алмаҫмын инде...— Нишләп?— Һуң, өләсәйем бит математиканы 8-се класҡа тиклем генә белә.* * *Яҙ мәле. Әсәһе эштән ҡайтып барһа, бәләкәй Ҡәҙим урам буйында ятҡан бүрәнәләр өҫтөндә һуҙылып ята икән. Эргәһенә һыуланған салбарын йәйеп һалған. “Ҡәҙим, ни эшләп бында ятаһың?” — тигән һорауға:— Дошмандарҙан ҡасып ятам, — тип яуаплаған. Баҡһаң, ул ҡойоға ҡолаған да, өйгә ҡайтырға ҡурҡып салбарының кипкәнен көтөп ятҡан. Ә “дошмандары” атаһы менән әсәһе икән.* * *Өләсәһе Ҡәҙимде Шатморат ағаһы менән бергә йоҡларға һалған. Шатморат тиҙ генә йоҡлап киткән, ә Ҡәҙим йоҡлай алмай ята икән. Өләсәһе: “Ниңә йоҡламайһың?” — тип һорағас, ул:— Шатморат ныҡ-ныҡ ҡысҡырып йоҡлай, шуға йоҡлай алмайым, — тип яуаплаған. Хырылдай тигән һүҙҙе белмәгән инде. Зөлфиә СӘЛИХОВА,Белорет ҡалаһы.

ҠӘҘИМДЕҢ ҠЫҘЫҠТАРЫ
Бәләкәй Ҡәҙимдең дә баҙға төшкөһө килеп мыжып, илаулап йөрөй икән. Ахыры, ныҡ еңешкәс, төшөргәндәр тегене лә. Тик күп тә үтмәй Нургизә уның башына яңылыш биҙрә һелтәгән. Ул башын тотоп илай башлағас, әсәһе һорай:
— Әйттем бит мин һиңә, төшмә, тип! Әйҙә, сыҡ баҙҙан! Ныҡ ауырттымы башың?
— Юҡ, әсәй, ауыртманы. Ауыртһа ла миңә рәхәәәт ул.... — тип яуаплай Ҡәҙим.
* * *
Ҡәҙим Юлай ағаһына уфтанып тороп ҡайғыһын һөйләй, ти.
— Юлай ағай, мин ахыры 8-се кластан артыҡ уҡый алмаҫмын инде...
— Нишләп?
— Һуң, өләсәйем бит математиканы 8-се класҡа тиклем генә белә.
* * *
Яҙ мәле. Әсәһе эштән ҡайтып барһа, бәләкәй Ҡәҙим урам буйында ятҡан бүрәнәләр өҫтөндә һуҙылып ята икән. Эргәһенә һыуланған салбарын йәйеп һалған. “Ҡәҙим, ни эшләп бында ятаһың?” — тигән һорауға:
— Дошмандарҙан ҡасып ятам, — тип яуаплаған. Баҡһаң, ул ҡойоға ҡолаған да, өйгә ҡайтырға ҡурҡып салбарының кипкәнен көтөп ятҡан. Ә “дошмандары” атаһы менән әсәһе икән.
* * *
Өләсәһе Ҡәҙимде Шатморат ағаһы менән бергә йоҡларға һалған. Шатморат тиҙ генә йоҡлап киткән, ә Ҡәҙим йоҡлай алмай ята икән. Өләсәһе: “Ниңә йоҡламайһың?” — тип һорағас, ул:
— Шатморат ныҡ-ныҡ ҡысҡырып йоҡлай, шуға йоҡлай алмайым, — тип яуаплаған. Хырылдай тигән һүҙҙе белмәгән инде.
Зөлфиә СӘЛИХОВА,
Белорет ҡалаһы.
Читайте нас: