-3 °С
Ҡар
VK
Бөтә яңылыҡтар
Дөйөм мәҡәләләр
1 Октябрь 2020, 13:25

"ҮҪЕШ НӨКТӘҺЕ"

«Мәғариф” милли проекты сиктәрендә “Үҫеш нөктәһе” һанлы һәм гуманитар үҙәктәр асыу марафоны үтә.Ошо уңайҙан Үрге Йәркәй ауылының 1-се гимназияһында ла “Үҫеш нөктәһе” асылды.Был үҙәктә:Белем һәм тәрбиә биреүҙең яңы ысулдары, яңы технологиялары өсөн шарттар булдырыла,“Технология”, “Информатика”, “Хәүефһеҙлек ҡағиҙәләре” предметтарын уҡытыуҙы яҡшыртыу,Дәрестән һуң балаларҙың дөйөм мәҙәни тәрбиәһен, һәләттәрен үҫтереү, шахматҡа һөйөү тәрбиәләү ҡаралған.Үҙәк яңы 3D моделләштереү, баҫтырып сығарыу, робототехника һәм квадрокоптерҙар менән идара итеү кеүек технологиялар менән йыһазландырылған.Манекен-тренажерҙарҙа беренсе ярҙам күрһәтеүгә өйрәтеү ҙә ҡаралған.“Үҫеш нөктәһе” үҙәгенең асылыуы балалар өсөн генә түгел, ата-әсәләр өсөн дә бик ҡыуаныслы. Һәр бер кеше бында үҙенең һәләттәрен үҫтерә һәм аса ала.

«Мәғариф” милли проекты рамкаһында “Үҫеш нөктәһе” һанлы һәм гуманитар үҙәктәр асыу марафоны үтә.
Ошо уңайҙан Үрге Йәркәй ауылының 1-се гимназияһында ла “Үҫеш нөктәһе” асылды.
Был үҙәктә:
  • Белем һәм тәрбиә биреүҙең яңы ысулдары, яңы технологиялары өсөн шарттар булдырыла,
  • “Технология”, “Информатика”, “Хәүефһеҙлек ҡағиҙәләре” предметтарын уҡытыуҙы яҡшыртыу,
  • Дәрестән һуң балаларҙың дөйөм мәҙәни тәрбиәһен, һәләттәрен үҫтереү, шахматҡа һөйөү тәрбиәләү ҡаралған.
  • Үҙәк яңы 3D моделләштереү, баҫтырып сығарыу, робототехника һәм квадрокоптерҙар менән идара итеү кеүек технологиялар менән йыһазландырылған.
    Манекен-тренажерҙарҙа беренсе ярҙам күрһәтеүгә өйрәтеү ҙә ҡаралған.
    “Үҫеш нөктәһе” үҙәгенең асылыуы балалар өсөн генә түгел, ата-әсәләр өсөн дә бик ҡыуаныслы. Һәр бер кеше бында үҙенең һәләттәрен үҫтерә һәм аса ала.
    Читайте нас: