— Әйҙә мин һиңә өйрәтәм! – тигән ҡуян, дуҫына. Айыухан ҡыуанып киткән. Улар баҡсаға сыҡҡан.
— Бына был — алма. Ул — ҡыҙыл, — тип аңлатҡан Ҡуянҡай дуҫына.
Ә был — еләк. Ул да ҡыҙыл.
— Был да ҡыҙылмы? — тип Айыухан ҡыуана-ҡыуана Ҡуянҡайға сәскә һуҙған.
— Юҡ, был сәскә ҡыҙыл түгел, — тип баш сайҡаған ҡуян. — Ул — күк.
— Ә был туп та күк төҫтәме? – тип һораған Айыухан тупҡа күрһәтеп.
— Эйе, уның да төҫө — күк.
— Ә минең күлдәгем? — тип һораған айыу үҙенең кейеменә ҡарап.
— Һинең күлдәгең — йәшел. Тағы нимә йәшел, йә күрһәт әле?
Айыухан ҡуян балаһына түтәлдән борсаҡ өҙөп алып биргән:
— Бына йәшел! — тигән ул ҡыуанып.
— Эйе, борсаҡ — йәшел, — тигән уға ҡуян балаһы.
Тайыштабан ағастан япраҡ өҙөп алған да ҡуянҡай янына килеп:
— Ә был ниндәй төҫ? — тип һораған.
— Ул – һары, — тигән Ҡуян дуҫы.
Айыухан шул саҡ күккә ҡарап:
— Ана, күрсе, ҡояш та һары! — тип ҡысҡырып ебәргән.
— Эйе, ҡояш та һары төҫтә, — тигән уға ҡуян.
— Ә мин ниндәй? – тип һораған айыу.
— Һин — һоро. Ә мин — аҡ, — тип яуаплаған уға ҡуян.
— Ә миңә төҫтәрҙе өйрәтмәгән бүре менән төлкө ниндәй төҫтә? — тип һораған айыу.
— Бүре — һоро, ә төлкө — һарғылт.
— Беҙҙең уҡытыусыбыҙ Һайыҫҡандың төҫө?
— Ә ул ике төҫлө — аҡлы-ҡаралы.
— Мин бөгөн төҫтәрҙе өйрәндем: ҡыҙыл, күк, йәшел, һары, көрән, аҡ, һоро, һарғылт, ҡара! – тип ҡыуанған Айыухан. Уға ҡарап Ҡуянҡай ҙа шатланған.
Һауығып, уҡырға барғас, төҫтәрҙе өйрәнеп килгән Айыуханды уҡытыусыһы бик маҡтаған...