+12 °С
Ямғыр
VK
Бөтә яңылыҡтар
Дөйөм мәҡәләләр
30 Сентябрь 2020, 18:20

БАЛАЛАРҒА ШИҒЫРҘАР

Линиза ШАКИРОВА Йәшел шыршыКөҙ апайҙың ҡулына ,Эләккән һары буяу.Барса ғәлләмде буяй,Саҡ ҡына ла юҡ аяу. Энәләрен буятмай Тырпайтып торған шыршы.Һары урман эсендә ,Маһайып тора ҡупшы. Айҙар Көнө буйы баш вата,Аңлап булмай Айҙарҙы.Бөкләй –бөкләй бармағын,Әй, һанай ул айҙарҙы. Июль,август, сентябрь, октябрь,Шунан һуң етә ноябрь.Ә артынан шунда уҡЭйәреп килә декабрь. Күккә ҡарап уйлана,Башын тотоп ултыра.Уҡырға барамын, тип,Ете йәшен тултыра.

Линиза ШАКИРОВА
Йәшел шыршы
Көҙ апайҙың ҡулына ,
Эләккән һары буяу.
Барса ғәлләмде буяй,
Саҡ ҡына ла юҡ аяу.
Энәләрен буятмай
Тырпайтып торған шыршы.
Һары урман эсендә ,
Маһайып тора ҡупшы.
Айҙар
Көнө буйы баш вата,
Аңлап булмай Айҙарҙы.
Бөкләй –бөкләй бармағын,
Әй, һанай ул айҙарҙы.
Июль,август, сентябрь, октябрь,
Шунан һуң етә ноябрь.
Ә артынан шунда уҡ
Эйәреп килә декабрь.
Күккә ҡарап уйлана,
Башын тотоп ултыра.
Уҡырға барамын, тип,
Ете йәшен тултыра.
Читайте нас: