Һайыҫҡан иң күп хәрефтәрҙе йыйып өлгөргән, шунан алып ул “шыҡырыҡ-шыҡырыҡ” тип осоп йөрөй икән. Башҡа ҡоштар ҙа, уныҡынан ҡыҫҡараҡ булһа ла, өн сығара. Тоҡ тишелгән ерҙән терпе үтеп барған. Аңғармаҫтан, ҡойолоп ҡалған хәрефтәрҙе эләктергән дә, хәҙер “фырҡ-фырҡ” тип йөрөй икән. Иң аҙаҡ был урынға йылан шыуышып килеп сыҡҡан, уға “ҫ” хәрефе генә ятып ҡалған. Шуға күрә лә ул гел генә ошо өндө ҡабатлай.
Ел “у” хәрефен осороп алып киткән. Уны бүре табып алған. Хәҙер, ул күңелһеҙ булып китһә, ошо өндө һуҙып-һуҙып олоп ала икән.
Йәнлектәрҙең күбеһе, бер ни күрмәй-белмәй, ҡара урман эсендә йөрөп ҡалған. Шуға ла күпселек ҡыр йәнлеге өнһөҙ икән.
Эт, тоғон алып ҡайтып, үҙенең дуҫтарына, йорт хайуандарына, хәрефтәр өләшә башлаған.
Әтәс менән тауыҡ иң күп хәрефтәрҙе сүпләп алғандар. Шуға күрә уларҙың “һүҙҙәре” иң оҙоно икән. Әтәс “кикирикүк” тип ҡысҡырһа, тауыҡ “ҡыт-ҡытаҡ” тип йырлап ебәрә. Һәр йорт хайуаны һәм йорт ҡошо үҙенә хәрефтәр алып өлгөргән. Шуға ла һәр береһенең үҙ өнө, йәғни һүҙе бар икән. Йә әйтегеҙ әле, йорт хайуандары һәм ҡоштары нисек һөйләшә икән?