+12 °С
Ямғыр
VK
Бөтә яңылыҡтар
Дөйөм мәҡәләләр
29 Сентябрь 2020, 12:02

Һәр кемдең ата-әсәһе булырға тейеш

Башҡортостанда 610 бала балалар йортонан кире үҙ ғаиләһенә ҡайтҡан.

Уларҙың ата-әсәләре – элекке эскеселәр. “Минең ғаиләм” проекты һәм социаль хеҙмәткәрҙәрҙең эшмәкәрлеге һөҙөмтәһендә был ата-әсәләргә дөрөҫ юлға баҫыу насип булған.
“Минең ғаиләм” проекты үткән йылдың ғинуар айынан алып тормошҡа ашырыла. Ул алкоголь эсемлектәр ҡулланған ата-әсәләрҙе был сирҙән дауалауҙы маҡсат итеп ҡуйған.
Йыш ҡына бындай ғаиләләрҙән балаларҙы тартып алып балалар йортона урынлаштыралар.
Ошо көндә Башҡортостандың ғаилә министры Ленара Иванова хәбәр итеүенсә, республикала балалар йортонан 610 кескәй кире үҙ ата-әсәһенә ҡайтҡан.
Һуңғы күрһәткестәр буйынса, республикала социаль етемлек арта. Ата-әсәләре тере булып та балалар йортона урынлаштырылған балалар дөйөм етемдәрҙең 76 процентын тәшкил итә.
Рәсәй Президенты Владимир Путин бер нисә ай элек ил Хөкүмәтенә етемдәргә ярҙам йөҙөнән өҫтәлмә саралар күрергә ҡушҡайны.
“Минең ғаиләм” проекты ла был йәһәттән күп эш башҡара.
Айгөл ЙӘМИЛЕВА.
Читайте нас: