+12 °С
Ямғыр
VK
Бөтә яңылыҡтар
Дөйөм мәҡәләләр
29 Сентябрь 2020, 12:15

Комикс? Оһо, ә ниндәй?

Ул тиҙҙән Башҡортостан китапханаларына таратыласаҡ.

Башҡортостанда беренсе башҡорт дипломаты Кәрим Хәкимов тураһында комикс әҙерләнә.
Ул ике телдә – башҡортса һәм русса әҙерләнә. Киләсәктә комикс инглиз һәм ғәрәп телдәрендә лә донъя күрәсәк.
Беренсе башҡорт дипломаты Кәрим Хәкимов хаҡында шулай уҡ документаль фильм төшөрөргә йыйыналар, әммә әлегә коронавирус инфекцияһы пландарҙы боҙа.
Уның ғәжәйеп яҙмышы күптәрҙе ҡыҙыҡһындыра, ә Сәғүд Ғәрәбстанының короле буласаҡ комикстың электрон форматы менән танышҡан, уға һәм ейәнсәрҙәренә комикс бик оҡшаған.
Комикс декабрь айҙарында донъя күрәсәк һәм Башҡортостандың китапханаларына таратыласаҡ.
Айгөл ЙӘМИЛЕВА.
Читайте нас: