-22 °С
Болотло
75 лет Победы
Бөтә яңылыҡтар
Дөйөм мәҡәләләр
29 Сентябрь 2020, 16:54

Балалар “Урал батыр” йәнһүрәтен ҡараясаҡ

Йәнһүрәттең исем туйы иртәгә Өфө мәктәптәрендә уҙасаҡ.

30 сентябрь Фатима Мостафина исемендәге 20-се Өфө ҡала башҡорт гимназияһында һәм Рәми Ғарипов исемендәге 1-се республика башҡорт гимназия-интернатында “Урал батыр” йәнһүрәтенең исем туйы көтөлә.
Сарала бынан тыш балалар өсөн ҡыҙыҡлы уйындар, викторина, мауыҡтырғыс фотоға төшөү зонаһы әҙерләнгән.
Бынан ике йыл элек “Аҡбуҙат” журналы “Урал батыр” эпосы буйынса комикстар һәм йәнһүрәттәр ярҙамында Башҡортостандағы дәүләт телдәрен һәм республикала йәшәгән халыҡ телдәрен һаҡлау буйынса Башҡортостан Башлығы грантына лайыҡ булды.
2018 йылдан алып “Урал батыр” эпосы буйынса эшләнгән комикстар журналды биҙәп кенә ҡалманы, айырым китап булып та баҫылып сыҡты.
“Урал батыр” йәнһүрәтенең исем туйы сиктәрендә “Аҡбуҙат” журналы, Республика халыҡ ижады үҙәге, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы тарафынан ойошторолған, мәшһүр шағир Шәйехзада Бабичтың тыуыуына 125 йыл тулыуға арналған бәйге еңеүселәренә диплом һәм иҫтәлекле бүләктәр тапшырыласаҡ, балалар Бабичтың шиғырҙары менән сығыш яһаясаҡ.
Читайте нас в