+12 °С
Ямғыр
VK
Бөтә яңылыҡтар
Дөйөм мәҡәләләр
29 Сентябрь 2020, 14:05

БАЛАЛАРҒА ШИҒЫРҘАР

Муса ҒӘЛИ Атҡа мендемАтай тотоп эйәр һалды –Атҡа мендем.Ялды тотоп, берсә ҡурҡтым,Берсә көлдөм. Атҡа менгәс, ҡапыл буйғаҮҫтем һымаҡ,Күк толпарҙа күл-йылғаларКистем һымаҡ. Мине һынап, атай ҡарай:“Ҡурҡырмы был?Тап егетсә, теҙгенде ныҡТотормо был?” Гүйә, һыбайлы булып минТорҙом сафта.Малайҙарҙың күҙе шарҙайБулды аҫта. Ҡурҡыу ҡасты. Күҙем күргәнЯҡҡа елдем.Күрегеҙ мине: атҡа мендем!Атҡа мендем! Юҡ, елмәнем, үттем генәБайтаҡ ара.Теҙгенде бит атай тотопАтлап бара.

Муса ҒӘЛИ
Атҡа мендем
Атай тотоп эйәр һалды –
Атҡа мендем.
Ялды тотоп, берсә ҡурҡтым,
Берсә көлдөм.
Атҡа менгәс, ҡапыл буйға
Үҫтем һымаҡ,
Күк толпарҙа күл-йылғалар
Кистем һымаҡ.
Мине һынап, атай ҡарай:
“Ҡурҡырмы был?
Тап егетсә, теҙгенде ныҡ
Тотормо был?”
Гүйә, һыбайлы булып мин
Торҙом сафта.
Малайҙарҙың күҙе шарҙай
Булды аҫта.
Ҡурҡыу ҡасты. Күҙем күргән
Яҡҡа елдем.
Күрегеҙ мине: атҡа мендем!
Атҡа мендем!
Юҡ, елмәнем, үттем генә
Байтаҡ ара.
Теҙгенде бит атай тотоп
Атлап бара.
Читайте нас: