+12 °С
Ямғыр
VK
Бөтә яңылыҡтар
Дөйөм мәҡәләләр
28 Сентябрь 2020, 14:45

ТӘБИҒӘТ ҠОМАРТҠЫЛАРЫ

ТАЛҠАҪ КҮЛЕ

Талҡаҫ — Көньяҡ Уралдың көнбайыш битләүендәге күл. Башҡортостандың Баймаҡ районында урынлашҡан. Күл сөсө һыулы, тектоник сығышлы, уйымы тау араларының тарайған төбө. Ирәндек һыртының көнбайыш итәгендә урынлашҡан. Түбә ҡасабаһынан 4 саҡырымда көньяҡ-көнсығышта ята. Аҫҡы ярында Иҫән ауылы бар. Төньяҡ һәм көньяҡ ярҙары туғайлы һаҙлыҡлы, көнсығыш һәм көнбайыш яры текәрәк. Көнсығыш яғы ҡаялы, ерек, ҡайын, ҡарағас ағастары менән ҡапланған. Көнбайыш яғы ла урманлы, тик күпләп киҫеү арҡаһында ағастар бик һирәкләнгән. Шөгөр — Таналыҡ ҡушылдығы ваҡытлы һыу сығанағы булып тора. 1978 йылда Талҡаҫ күле тәбиғәт ҡомартҡыһы тип иғлан ителде.
Читайте нас: