+12 °С
Ямғыр
VK
Бөтә яңылыҡтар
Дөйөм мәҡәләләр
28 Сентябрь 2020, 12:00

МОНУМЕНТАЛЬ СӘНҒӘТ ҠОМАРТҠЫЛАРЫ

Өҙәңгегә ҡаты баҫып, көслө ҡулдары менән теҙгенде тартып тотоп, бейек ҡаяла ярһыу атты буйһондорған батыр, гүйә, илебеҙ һағында тора. Йөҙөндә ҡыйыулыҡ, ихтыяр көсө сағыла.

Башҡортостанда Салауат Юлаевҡа тәүге һәйкәл 1952 йылда Т.П. Нечаева проекты буйынсаса эшләнә; архитекторы Н.И.Озёрная. Тәүҙә Салауат районы Малаяҙ ауылы Мәҙәниәт йорто алдындағы майҙанға ҡуйыла, һуңынан паркка күсерелә, хәҙерге Салауат Юлаев музейы биләмәһендә урынлашҡан. Һәйкәл постаменттан һәм бронза бюстан тора. Авторҙың шундай уҡ һәйкәлдәре 1952 йылда Өфөлә Салауат Юлаев исемендәге баҡсала (1969 йылда һүтеп алына, 1998 йылда реставрациянан һуң “Янғантау” шифаханаһы биләмәһендә урынлаштырыла), 1967 йылда Салауат ҡалаһында Салауат Юлаев исемендәге скверҙа ҡуйыла.
1967 йылдың 17 ноябрендә Башҡорт халҡының милли батыры Салауат Юлаевҡа һәйкәл асыла. Ул Өфө ҡалаһының көньяғында, Ағиҙел йылғаһының текә ярына ҡуйыла. Өҙәңгегә ҡаты баҫып, көслө ҡулдары менән теҙгенде тартып тотоп, бейек ҡаяла ярһыу атты буйһондорған батыр, гүйә, илебеҙ һағында тора. Йөҙөндә ҡыйыулыҡ, ихтыяр көсө сағыла.
Ҙурлығы буйынса Европала уға тиңләшеүсе һыбайлы һәйкәле юҡ. Ҡуйылған урыны ла бик уңышлы һайланған. Скульптор — Сосланбәк Тавасиев, Архитектор — Ғәйнетдинов Исмәғил Ғәли улы.
Өс йылдан һуң уның авторы Сосланбәк Тавасиев СССР Дәүләт премияһына, аҙ ғына һуңыраҡ Художество академияһының Алтын миҙалына лайыҡ була.
Был скульптура Рәсәйҙә иң ҙур ат статуяһы. Һәйкәлдең бейеклеге 9,8 метр, ауырлығы — 40 тонна.
Салауат Юлаев һәйкәле — башҡорт халҡының һәм Башҡортостан халыҡтарының берҙәмлек символын кәүҙәләндерә. Был һәйкәл Башҡортостандың визит карточкаһы, тағы ла шуны билдәләргә кәрәк: һәйкәлдең һүрәте Башҡортостан Республикаһы гербында үҙәк элемент булып тора.
Артабан Иҫке Сибайҙа ла 1978 йылда Салават Юлаев Һәйкәле ҡуйыла.
Читайте нас: