– Эй, әхирәткәйем, һинең йондоҙло күк йыһаныңа мин барып етә алмам ул, бигерәк бейектәһең, шулай ҙа бәхетлемен, минең бит серле, моңға тулы урманым бар, ошо урманымдан да затлыраҡ хазина юҡ минең өсөн, ә һинең эргәңдә күпме йондоҙҙарың бар, тимәк, беҙ икебеҙ ҙә яңғыҙ түгел, икебеҙ ҙә бәхетле.
– Йә, ярай, дуҫҡайым, һин килә алмаһаң, үҙем тағы ла килермен! –тип Ай-Нурлыҡай күҙҙән юғалды... Терпекәй дуҫы артынан оҙаҡ ҡына ҡарап торҙо ла: