-1 °С
Ясна
VK
Еңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Дөйөм мәҡәләләр
28 Сентябрь 2020, 18:05
БАЛАЛАРҒА ШИҒЫРҘАР
Муса ҒӘЛИӘсәй икмәк бешергәнАп-аҡ онға әүәләп,Әсәйем ҡамыр баҫҡан.Ҡамыр шундай ҡабарған:Күнәк ситенән ташҡан. Йылы, йомшаҡ ҡамырҙыҺыйпап, ҡулына алып,Әсәй икмәктәр ҡуяҠалай һауытҡа һалып.Мейес ҡыҙған, эҫеһеАлыҫҡа бәреп тора.Алда ҡуҙҙар, өйөлөп,Йым-йым ҡыҙарып тора. Ваҡыт еткәс, һауыттанТуп-туп төштө икмәктәр.Шундай түп-түңәрәктәр,Әйтерһең, тәгәрмәстәр. Береһе бик тә ҡабарған.– Тау! – ти әсәйем, көлөп.Шул тауҙы ипләп кенәБирҙе ул миңә телеп.
Бер көндә нишләп була?
–
Бер көндә нишләп була?..
– Керҙәр үтекләп була,
Китаптар төпләп була.
Була еләктәр йыйып
Һәм түтәлгә һыу ҡойоп.
– Бер көндә нишләп була?..
– Юлға таш түшәп була,
Эткә йорт эшләп була.
Була таҡталар ярып,
Һыу аша баҫма һалып.
– Бер көндә нишләп була?..
– Сана тимерләп була,
Мамыҡ, йөн иләп була.
Була яңы йыр отоп,
Күлдә балыҡтар тотоп.
– Ә был малай нишләгән?
– Тороп һыу ҙа эсмәгән,
Йоҡлап ятҡан көн буйы,
Карауаттан төшмәгән.
Читайте нас: