+12 °С
Ямғыр
VK
Бөтә яңылыҡтар
Дөйөм мәҡәләләр
26 Сентябрь 2020, 00:25

Башҡорт телен балалар баҡсаһынан уҡ өйрәнһендәр

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров ошондай тәҡдим индерҙе.

Мәғлүм булыуынса, Ғафури районында башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыларының төбәк-ара форумы үтте. Сарала Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров та ҡатнашты.

Ул уҡытыусылар менән осрашыуҙа башҡорт телен балалар баҡсаһында уҡ өйрәтә башларға тәҡдим итте.

“Башҡорт телен балалар баҡсаһында өйрәтеү хаҡында ентекләп уйлар кәрәк. Балалар өсөн беҙҙең күп ҡыҙыҡлы интерактив программалар әҙерләнгән”, – тине ул.

Төбәк етәксеһе бынан тыш педагогтарҙы балаларға тел өйрәткәндә ябай һөләштәргә иғтибар бүлергә саҡырҙы.

“Инглиз телен өйрәнеп тә сит илдә бер ауыҙ һүҙ әйтә алмағандарын шәхсән күргәнем бар.

Башҡорт телен өйрәнеү – ҙур эш, әммә бынан тыш бала ябай һөйләште лә яҡшы белергә, иркен аралашырға тейеш”, – тине Радий Хәбиров.

Читайте нас: