-3 °С
Ҡар
VK
Бөтә яңылыҡтар
Дөйөм мәҡәләләр
26 Сентябрь 2020, 14:20

БАЛАЛАРҒА ДАРЫУ ҮЛӘНДӘРЕ ТУРАҺЫНДА ШИҒЫРҘАР

Миңлегөл ХИСАМОВАМеңъяпраҡМеңъяпраҡҡа бер һорау,Меңъяпраҡҡа мең юрау.Меңъяпраҡтан ни дауа,Һорауҙар беҙгә яуа. Аҡ сәскәле лә була,Ал сәскәле лә була.Меңъяпраҡтан мең дауа бар,Хуш еҫен генә һула. Меңъяпраҡтың шифа сәйенЯрата өләсәйҙәр.Килешә ул апайҙарға,Тәмләп эсә әсәйҙәр. Сырхауҙарын еңә улар,Меңъяпраҡты төнәтеп.Ҡаҡшап барған һаулығыңдыБула икән йүнәтеп.Кесерткән саҡтыКесерткән саҡты, кесерткәнИлатты мине.Бүртеп сыҡты балтырҙарым,Олотто инде!Ах әрнетә, эй әрнетә,Үҙәккә үтә.Һыҙлауҙары йәнде өтә,Ҡасан тим, бөтә. Зифа әйтә, мине үртәп- Ул бик файҙалы.Өләсәйем аш бешерә,Улай ҡыҙма әле!Баҫылғас та әрнеүҙәремАсыуым бөттө яйлап.Кесерткән дә дауа икән,Һуң ғына алдым аңлап.

Дегәнәк
Япрағында күпме тамыр,
Ҡарап торһаң тегәләп.
Быуындарың һыҙлағанда,
Бер им булыр дегәнәк.
Андыҙ тамыры
Һалҡын тейгән олатайға,
Йүткерә бит быуылып.
Дарыуҙар ҙа йотоп ҡарай,
Ҡайсаҡ ала ыуынып.
Ә көҙ еткәс, олатайым
Ҡаҙып алды андыҙҙы.
- Бына минең дарыуым, — тип,
Беҙҙе хайран ҡалдырҙы.
- Андыҙ һыуын эсеп торһам,
Йүткереүҙе баҫыр, — ти,
- Һыҙланыуым бөтөр әле,
Ауырыу ҙа ҡасыр, — ти.
Читайте нас: