+19 °С
Болотло
VK
Бөтә яңылыҡтар
Дөйөм мәҡәләләр
26 Сентябрь 2020, 13:00

"АТЫШ" ШАРЛАУЫҒЫ

Республика биләмәһендәге тарихи һәм иҫтәлекле урындар.

Башҡортостандың тәбиғәт ҡомартҡылары — Республика биләмәһендәге тарихи һәм иҫтәлекле урындар. Бындайҙар иҫәбенә мәмерйәләр, файҙалы ҡаҙылмалар сығанағы, геологик асыҡ урындар, шарлауыҡтар, ҡаялар, оҙаҡ йәшәгән ағастар, һирәк осрай торған борондан һаҡланған ағаслыҡтар, урмандар, күлдәр, шишмәләр, йырындар һәм башҡалар инә. Улар һәр районда тиерлек бар.
Ләмәҙ йылғаһының уң ярында Атыш (Атыш-Сумған) шарлауығы бар. Башҡортостан Республикаһы Белорет районындағы ер аҫты шарлауығы. Тәбиғәт ҡомартҡыһы (1965). Көньяҡ Уралдың туристарҙы йәлеп итеп торған күренекле урыны. Бейеклеге - 6 м. Белорет районында Ләмәҙ йылғаһының уң ярында, Елмерҙәк һырты армыттарында урынлашҡан. Атыш йылғаһы туғай буйлап Атыш яланын үткәс, ҡаяға барып терәлә лә, ер аҫтына китә ( сума). Атама "Атыш йылғаһы сумған" тигәндән килеп сыҡҡан
Атыш – Белорет районындағы ер аҫты шарлауығы. Уның бейеклеге 4 метрҙан ашыу, киңлеге 6 метрға етә. Ә тәрәнлеге 10 метрҙан ашыу.
Читайте нас: