+7 °С
Болотло
VK
Бөтә яңылыҡтар
Дөйөм мәҡәләләр
25 Сентябрь 2020, 20:25

ЯҠТЫКҮЛ

Мауыҙҙы атамаһы (башҡ. Мауыҙҙы) төрки халыҡтарҙың ауыҙ-тел ижадында «төпһөҙ, бирән» мәғәнәһен аңлатҡан мифик йән эйәһе Мауыҙ менән бәйләнгән.

Күл тектоник сығышлы. Яҡтыкүл Урал артында ғына түгел, ғөмүмән, Башҡортостанда иң тәрән һыу сығанағы. Күлдең һыуы сөсө, үтә күренмәле. Ярҙары текә, урыны менән ишелеүсән, көнбайыш яғында — һөҙәк. Күлдән Яйыҡтың (Урал) уң ҡушылдығы Йәнгел йылғаһы ағып сыға. Күл буйында Яҡтыкүл шифаханаһы урынлашҡан.
Легенда буйынса, Мунсалы (Банное) атамаһы 1773—1775 йылдарҙағы Крәҫтиәндәр һуғышы етәксеһе Емельян Иванович Пугачёв исеме менән бәйле, тиҙәр. Яҡтыкүлдең һелтеле, йомшаҡ һыуында ул ғәскәренә «мунса инергә» («баниться») бойорған.
Банное тип йөрөтөү тик көнкүрештә генә ҡулланыла, тип иҫәпләргә кәрәк, ә күлдең тарихи исеме — Яҡтыкүл.
Мауыҙҙы атамаһы (башҡ. Мауыҙҙы) төрки халыҡтарҙың ауыҙ-тел ижадында «төпһөҙ, бирән» мәғәнәһен аңлатҡан мифик йән эйәһе Мауыҙ менән бәйләнгән.
Күлдең майҙаны — 7,7 км²; оҙонлоғо — 4170 м, уртаса киңлеге — 1880 м; максималь тәрәнлеге 28 м, уртаса — 10,6 м, һыу күләме — 81,7 млн м³, һыу йыйыу майҙаны — 36,3 км².
Читайте нас: