+16 °С
Болотло
VK
Бөтә яңылыҡтар
Дөйөм мәҡәләләр
25 Сентябрь 2020, 16:15

"ЙӘЙҒОР"ҘА — УҢЫШ БАЙРАМЫ!

Хәйбулла районының “Йәйғор” балалар баҡсаһында төрлө осрашыуҙар, кисәләр, байрамдар бик йыш булып тора.Сөнки баҡсаның мөдире Римма Шәрәфетдин ҡыҙы менән өлкән тәрбиәсе Зилә Рәүил ҡыҙы ошондай фәһемле саралар уткәреүгә ҙур әһәмиәт бирә. Сағыу, үҙенсәлекле байрам яңыраҡ та булып үтте. Был көндө “Томбойоҡ” мәктәпкәсә әҙерлек төркөмөндә тәрбиәләнеүселәр милли кейемдәр кейеп, көҙ тураһында йырҙар, бейеүҙәр, шиғырҙар ҙа өйрәнеп баҡсабыҙға көҙгө уңыш байрамы — Сөмбөләгә йыйылды. Балалар ихлас күңелдән ял итте, күңел асты һәм төрлө уйындарҙа әүҙем ҡатнашты. Сараны йәмләндереп, әкиәт батырҙары ла килде. Ата–әсәләр тарафынан әҙерләнгән йәшелсә-емештәрҙән һәм тәм–томдан торған матур күргәҙмә ойошторолдо. Байрам тамамланғас инде Сөмбөлә менән бергәләп сәй ҙә эсеп алдылар. Байрамды үҙенсәлекле итеп үткәреүҙә музыкаль яҡтан биҙәүсе Земфира Салауат ҡыҙы ҙур көс һалды."Йәйғор" балалар баҡсаһы тәрбиәсеһе Рәсилә Асҡарова.

Хәйбулла районының “Йәйғор” балалар баҡсаһында төрлө осрашыуҙар, кисәләр, байрамдар бик йыш булып тора. Сөнки баҡсаның мөдире Римма Шәрәфеттдин ҡыҙы менән өлкән тәрбиәсе Зилә Рәүил ҡыҙы ошондай фәһемле саралар уткәреүгә ҙур әһәмиәт бирә. Сағыу, үҙенсәлекле байрам яңыраҡ та булып үтте. Был көндө “Томбойоҡ” мәктәпкәсә әҙерлек төркөмөндә тәрбиәләнеүселәр милли кейемдәр кейеп, көҙ тураһында йырҙар, бейеүҙәр, шиғырҙар ҙа өйрәнеп баҡсабыҙға көҙгө уңыш байрамы- Сөмбөләгэ йыйылды. Балалар ихлас күңелдән ял итте, күңел асты һәм төрлө уйындарҙа әүҙем ҡатнашты. Сараны йәмләндереп, әкиәт батырҙары ла килде. Ата–әсәләр тарафынан әҙерләнгән йәшелсә-емештәрҙән һәм тәм–томдан торған матур күргәҙмә ойошторолдо. Байрам тамамланғас инде Сөмбөлә менән бергәләп сәйҙә эсеп алдылар. Байрамды үҙенсәлекле итеп үткәреүҙә музыкаль яҡтан биҙәүсе Земфира Салауат ҡыҙы ла ҙур көс һалды.
"Йәйғор" балалар баҡсаһы тәрбиәсеһе Рәсилә Асҡарова.
Читайте нас: