-3 °С
Ясна
VK
Бөтә яңылыҡтар
Дөйөм мәҡәләләр
25 Сентябрь 2020, 14:20

ӘСӘЙ, УҠЫЙЫҠ ӘЛЕ!

Гөлфиә ЮНЫСОВА МәктәбемАҙ ғына күрмәй торһам да,Мәктәбемде һағынам.Тыныс ҡына үтеп булмай,Ял көнө лә янынан. Мәктәбем баҫҡыстарындаБала сағым эҙҙәре.Нисек йәшәргә өйрәтәУҡытыусым һүҙҙәре. Белем тауын асты мәктәп,Белем тауы бик бейек.Үргә менгән һайын донъяЯҡтыра бара кеүек. Әйҙә, рәхим итегеҙ, тип,Ҡаршылай мәктәп һәр саҡ.Тыуған йорт менән йәнәшәКүңелдәрҙә ҡаласаҡ. Хәрефтәр һөйләшәКитсе, юҡты һөйләйһең, тип,Әйтерһегеҙ, моғайын.Ә мин үҙем хәрефтәрҙеҺөйләшә, тип уйлайым. Ышанмаһағыҙ һүҙемә,Әйҙә, тыңлап ҡарағыҙ:“Әсәйемдәр эшкә китте,Беҙ мәктәпкә барабыҙ”. Хәрефтәрҙе уҡый белһәң,Һүҙҙәр булып өндәшә.Уҡый белгәндәрҙең генәХәрефтәре һөйләшә.

Көҙгө ҡояш
Көҙгө ҡояш шаян икән,
Күренә лә юғала.
Нисек шулай көн буйына
Арымай уйнай ала?
Ҡасма ҡабат, ҡасма, ҡояш,
Нурҙарыңды түк инде.
Болотҡа йәшенгәнеңде
Белеп торам бит инде.
Читайте нас: