+12 °С
Ямғыр
VK
Бөтә яңылыҡтар
Дөйөм мәҡәләләр
25 Сентябрь 2020, 16:05

КЕСКӘЙҘӘРГӘ ШИҒЫР УҠЫЙЫҠ!

Зөһрә ҮТӘҒОЛОВА Йәнле мунсаҡТере мунсаҡ, тере мунсаҡ,Тере мунсаҡ эленде.Сырҡылдашып-сырҡылдашыпСымдар буйлап теҙелде. Бәүелделәр, бәүелделәр,Яңы көйҙәр оттолар.Өҙөлдө лә китте мунсаҡ —Шуҡ турғайҙар остолар. Отҡор бесәйемОтҡор ғына бесәйем,Үҙе шундай һөнәрмән.Әсәйемдәй, икмәк баҫа —Ҡарап тороп өйрәнгән.

Зөһрә ҮТӘҒОЛОВА
Йәнле мунсаҡ
Тере мунсаҡ, тере мунсаҡ,
Тере мунсаҡ эленде.
Сырҡылдашып-сырҡылдашып
Сымдар буйлап теҙелде.
Бәүелделәр, бәүелделәр,
Яңы көйҙәр оттолар.
Өҙөлдө лә китте мунсаҡ —
Шуҡ турғайҙар остолар.
Отҡор бесәйем
Отҡор ғына бесәйем,
Үҙе шундай һөнәрмән.
Әсәйемдәй, икмәк баҫа —
Ҡарап тороп өйрәнгән.
Читайте нас: