Бөтә яңылыҡтар
Дөйөм мәҡәләләр
24 Сентябрь 2020, 10:56

"Урамдан ҡайтмаған"

Кисә Интернет селтәрендә "Бала юғалған, йөрөп килергә сыҡты ла, ҡайтмаған" тигән белдереү пәйҙә булды.

Сипайлово биҫтәһендә ғәйеп булған ун йәшлек Даниил Чернявскийҙың ата-әсәһе шунда уҡ полиция хеҙмәткәрҙәренә мөрәжәғәт итә, эҙләүгә "Лиза Аллерт" ойошмаһы, ирекмәндәр ҡушыла.
Һуңғы яңылыҡтар буйынса, Даниилды төндә Салауат Юлаев проспектында табалар һәм ата-әсәһенә тапшыралар.
Әле уның һаулығына һәм хәүефһеҙлегенә бер нәмә лә янамай, малайҙың өйҙән сығып китеү сәбәбен асыҡлана.
Фото: Башинформ
Читайте нас: