Сипайлово биҫтәһендә ғәйеп булған ун йәшлек Даниил Чернявскийҙың ата-әсәһе шунда уҡ полиция хеҙмәткәрҙәренә мөрәжәғәт итә, эҙләүгә "Лиза Аллерт" ойошмаһы, ирекмәндәр ҡушыла.
Һуңғы яңылыҡтар буйынса, Даниилды төндә Салауат Юлаев проспектында табалар һәм ата-әсәһенә тапшыралар.
Әле уның һаулығына һәм хәүефһеҙлегенә бер нәмә лә янамай, малайҙың өйҙән сығып китеү сәбәбен асыҡлайҙар.