+12 °С
Ямғыр
VK
Бөтә яңылыҡтар
Дөйөм мәҡәләләр
24 Сентябрь 2020, 13:07

“Уҡытыусылар балаларға үҙ-үҙҙәрен, тормошта тәғәйенләнешен, үҙ юлын табырға ярҙам итергә тейеш”

Ғафури районында башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусылары форумы уҙасаҡ.

Рәсәй Президенты Владимир Путиндың ошондай һүҙҙәре бар. Алда көтөләсәк сара – Ғафури районындағы башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыларының төбәк-ара форумының төп маҡсаттарыны береһе ошоға ҡайтып ҡала, бынан тыш форум башҡорт телен популярлаштырыу ниәте менән ойошторола.

Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте, Мәғариф һәм фән министрлығы, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы тарафынан Башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыларының төбәк-ара форумы Башҡорт теле йылы сиктәрендә үткәрелә.

Форумда Башҡортостан Республикаһы һәм Рәсәй төбәктәре башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусылары, район һәм мәктәп методик ойошмалары етәкселәре, Башҡортостан Республикаһы һәм Рәсәй төбәктәренең инновацион дөйөм белем биреү ойошмалары директорҙары, профессиональ һәм юғары белем биреү учреждениеларының башҡорт теле уҡытыусылары, район һәм ҡала мәғариф идаралыҡтарының (бүлектәре) туған телдәр өсөн яуаплы белгестәре һәм методистары ҡатнашасаҡ.

Сараға Башҡортосдан һәм Рәсәй төбәктәренән йәмғеһе 250 кеше ҡатнашыуы көтөлә.

Читайте нас: