+13 °С
Болотло
VK
Бөтә яңылыҡтар
Дөйөм мәҡәләләр
24 Сентябрь 2020, 11:45

МӘСЬӘЛӘ

Минең инде "баш ҡатты!"

Баҡсалағы алмағаста
Бешкән алланып алма.
Тырызыма йыйған саҡта
Һин һана, тороп ҡалма.
Өсөһө инде һалынған,
Ергә төшкән бишеһе,
Боҙолғанын алмам инде,
Серегән бит икеһе.
Ағаста ҡалды етеһе,
Өҙә алдым тик өстө,
Ала алмай ҡарап торһам,
Берәү башыма төштө.
Йә, әйт инде, нисә алма
Тырызға инеп ятты?
Ярҙам итсе, сис мәсьәлә!
Минең инде "баш ҡатты!"
Зөбәйҙә Исламова.
Читайте нас: