+17 °С
Болотло
VK
Бөтә яңылыҡтар
Дөйөм мәҡәләләр
24 Сентябрь 2020, 16:55

МӨХӘМӘТСӘЛИМ ӨМӨТБАЕВ

Башҡорт мəғрифəтсе-шағиры, тәржемәсе, филолог, тарихсы, этнограф, йəмəғəт эшмəкəре, публицист.

Өмөтбаев Мөхәмәтсәлим Ишмөхәмәт улы 1841 йылдың 21 авгуcында Ырымбур губернаһы Өфө өйәҙе Йомран-Табын улусы 9-сы башҡорт кантонының (хәҙерге Башҡортостандың Ҡырмыҫҡалы районы) Ибраһим ауылында тыуған. Өмөтбаевтар башҡорт дворяндары нәҫеленән.
1869 йылда старшина вазифаһын атҡарғанда, халыҡтың хәлен яҡшыртыр өсөн бик күп тырышлыҡ күрһәтә, колониаль сәйәсәттең бер өлөшө булараҡ нәҡ ошо ваҡытта айырыуса киң ҡолас алған башҡорт ерҙәрен һатыуға ҡулынан килгәнсә ҡаршылыҡ күрһәтә.
Мөхәмәтсәлим Өмөтбаевтың фəнни хеҙмəттəре, шиғриəте һəм публицистикаһы эҙмə‑эҙлекле һəм системалы идеологик күренеш булараҡ, башҡорт мəғрифəтселегенең формалашыуында ҙур роль уйнай. Ул заманына ҡарай халыҡҡа аңлайышлы телдә яҙырға, мөмкин тиклем башҡортлаштырырға тырышҡан. Ризаитдин Фәхретдинов әйтеүе буйынса Өмөтбаев «үҙенең яҙыуын башҡорт әҙәбиәтенә нигеҙ тип хис иткән», әҫәрҙәрен матбуғатҡа биргәндә төҙәтмәләр индереүҙе «татарлаштырыу һәм башҡортлоҡҡа енәйәт ҡылыу» тип һанаған.
Мөхәмәтсәлим Өмөтбаев Башҡортостан һəм башҡорт халҡының боронғо замандарҙан алып XIX быуат аҙағына тиклемге осорҙоң тарихын өйрəнеүгə, рухи мираҫын һаҡлап ҡалыуға ҙур өлөш индергән шәхес. Ижадында һәм тормошонда, уның күп ҡырлы фәнни-художестволы, публицистик һәм ижтимағи-сәйәси эшмәкәрлегендә башҡорт интеллигенцияһының иң сағыу яҡтары, башҡорт мәғрифәтселегенең тарихи-милли үҙенсәлектәрен яҡтырта. Үткəн заманда башҡорт ҡыҙҙарының оҙатылыуы», «Үткəн ғүмер, ҡалған хəтер…», «Йомран иле» һәм башҡа шиғырҙарында башҡорттарҙың хəҙерге тормошо һəм тарихи үткəне, уларҙың йолалары, матди һəм рухи мəҙəниəте артабан уның поэтик ижадында ла сағылыш таба.
Беренселəрҙəн булып башҡорт теленең лингвистик терминологияһын яһай.
Читайте нас: