+13 °С
Болотло
VK
Бөтә яңылыҡтар
Дөйөм мәҡәләләр
24 Сентябрь 2020, 20:11

Балалар туған телен беләме?

Башҡортостанда нисә балалар баҡсаһы эшләй, уларҙың барыһында ла башҡорт телен өйрәнәләрме? Йәш быуын араһында туған телдәрен популярлаштырыу маҡсатында тағы ҡайҙа ниндәй эштәр башҡарыла?

Республикала 1039 балалар баҡсаһы эшләп килә, шуларҙың 458-дә башҡорт телен өйрәтеү ойошторолған. Туған телде өйрәнеүсе балалар һаны – 42 163.
Әгәр ҙә 2020 йылда Башҡортостанда 22 мәктәпкәсә мәғариф учреждениеһы асылһа, ошо балалар баҡсаларының 13-өндә туған телде өйрәнеү ойошторолған.
Рәсәй төбәктәрендәге мәктәпкәсә мәғариф учреждениеларында башҡорт телен өйрәнеү күрһәткестәре:

2018-2019 уҡыу йылы – 10 балалар баҡсаһы - 382 бала
2019-2020 уҡыу йылы – 18 балалар баҡсаһы - 799 бала
Башҡорт теле һәм әҙәбиәте буйынса төбәк-ара олимпиадала ҡатнашыусылар һаны артҡан:
2018 йыл -251 уҡыусы
2019 йыл – 299 уҡыусы
2020 йылда – 408 уҡыусы ҡатнашҡан.
Башҡорт теле буйынса халыҡ-ара диктант күрһәткестәре
2018 йыл – 9 000 ҡатнашыусы
2019 йыл – 69687 ҡатнашыусы
2020 йыл – 305 600 ҡатнашыусы (Башҡортостандан тыш Рәсәйҙең 20 төбәгенән һәм донъяның 25 дәүләтенән ҡушылалар).
Дәүләт һәм туған телдәрҙе үҫтереү өсөн Башҡортостан Башлығы гранты булдырыла.
2019-сы 2020-се йылдарҙа Дәүләт һәм туған телдәрҙе үҫтереү өсөн мәғариф учреждениеларына бүленгән грант күләме – 24 млн 700 мең һум. Уларға республиканың 22 мәғариф ойошмаһы лайыҡ була.
2019-2020-се уҡыу йылында Башҡортостанда полилингваль мәктәптәр селтәренә нигеҙ һалынды. Әле Өфөләut 2 мәктәптә (44-се мәктәп һәм 162-се Смарт мәктәп), Стерлетамаҡтағы 23-сө мәктәптә полилингваль белем биреү ойошторолған. Тап унда башҡа телдәр менән бер рәттән уларҙа айырым фәндәр буйынса дәрестәр башҡорт телендә алып барыла.
Читайте нас: