+8 °С
Болотло
VK
Бөтә яңылыҡтар
Дөйөм мәҡәләләр
24 Сентябрь 2020, 12:04

Ата-әсә наҙынан мәхрүм ҡалған балалар өсөн

Яҡташыбыҙҙың "Байкал" Бөтә Рәсәй форумында еңеү яулаған проектының төп маҡсаты - был төркөмгә ҡараған кескәйҙәргә ярҙам ҡулы һуҙыу.

Иркутск ҡалаһында “Байкал” йәштәр форумы үтте. Унда яҡташыбыҙ Ксения Романенко үҙенең проекты менән грант яуланы.
Яҡташыбыҙҙың эше “Теләйем. Булдырам. Бойомға ашырам” тип атала. Ксения был проекты менән 130 мең һум яулауға иреште.
Ксения Романенко – ирекмән, ул Башҡорт дәүләт университетының Ирекмәндәр үҙәгендә шөғөлләнә. Ҡыҙҙың һөйләүенсә, был үҙәктә төрлө лекциялар, ата-әсә ҡарауынан мәхрүм ҡалған балаларҙың төрлө яҡлап үҫеүенә этәргес биргән оҫталыҡ дәрестәре үтә. Грант яулаған проект был эштәрҙең файҙаһын арттырасаҡ, уларҙы сағыу һәм ҡыҙыҡлы итеп үткәреүгә сәбәпсе булып торасаҡ.
Быйыл “Байкал” форумы беренсегә онлайн тәртиптә үтте. Унда Рәсәйҙең төрлө төбәктәренән 18 йәштән алып 30 йәшкә тиклем әүҙем йәштәр ҡатнашты.
Өс көн эсендә ҡыҙҙар һәм егеттәр төрлө белгестәр менән видеобәйләнешкә сыҡты, үҙҙәренең йәмғиәт өсөн мөһим булған проекттарын яҡланы.
Ошо рухтағы форумдар Башҡортостан, Рәсәй кимәлендә йыш уҙғарыла, улар ил Президенты Владимир Путиндың май указдарында билдәләнгән “Мәғариф” милли проекты ҡуйған маҡсаттарҙы тулыһынса аҡлай.

Айгөл ЙӘМИЛЕВА.

Читайте нас: