+12 °С
Ямғыр
VK
Бөтә яңылыҡтар
Дөйөм мәҡәләләр
23 Сентябрь 2020, 11:22

Яңы мәктәп, яңы балалар баҡсаһы

Ниндәй төбәк балаларына йылмайыр был бәхет?

Дыуан районының Мәсәғүт ауылында 400 урынлыҡ мәктәп һәм 120 балаға тәғәйенләнгән балалар баҡсаһы төҙөләсәк.
Был ҡарар – Башҡортостан Башлығы Радий Хәбировтың ошо көндәрҙәге Дыуан районындағы эш сәфәренең һөҙөмтәһе.
“Мәғариф”, “Ҡала мөхите”, “Мәҙәниәт” милли проекттары сиктәрендә Башҡортостандың ҡала-райондарында, төпкөл һаналған ауылдарында яңынан-яңы объекттар ҡалҡып сығыуын дауам итә. Мәктәптәр, балалар баҡсалары, мәҙәниәт үҙәктәре, яңы модулле китаханалар – былар барыһы ла урындағы халыҡтың тормошона яңы һулыш өҫтәй, йәшәйеште еңеләйтә.
Мәсәғүттәге мәктәп һәм балалар баҡсаһының әлегә проекты юҡ, әммә ул тиҙ арала эшләнәсәк һәм төҙөлөш эштәре башланасаҡ.
Читайте нас: