+12 °С
Ямғыр
VK
Бөтә яңылыҡтар
Дөйөм мәҡәләләр
22 Сентябрь 2020, 18:06

Балалар шиғырҙарын яратып ятлайҙар

Силәбе өлкәһе Арғаяш районы Дәрүиш урта дөйөм белем биреү мәктәбенең башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Әлфиә Мәүлетбай ҡыҙы мәктәптәрҙә башҡорт теле һәм әҙәбиәте дәрестәрен уҡытыуға ҡағылышлы хәлдәр менән дә уртаҡлашты: “Ҡасандыр башҡорт теле һәм әҙәбиәте дәрестәрен бөтөргәс, ауырға тура килгәйне. Дәрестәр кире тергеҙелеүгә балалар телде онотто, тиерлек. Кемдәрҙең өйҙәрендә ата-әсәһе улар менән башҡортса аралаша – шундай уҡыусылар телде белә, әлбиттә. Бәхеткә, беҙгә Башҡортостандан уҡыу әсбаптары, эш дәфтәрҙәре килтерҙеләр, улар буйынса уҡыта башлағас, еңелерәк булып ҡалды”.

Силәбе өлкәһендә Кәтибә Кинйәбулатова көндәре үтә. Саралар башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусылары тарафынан әҙерләнгән асыҡ дәрестәр бәйгеһе менән башлана, баһалама ағзалары педагогтарҙың дәрес алып барыу оҫталығын, ижадилығын баһалаясаҡ.

Әҙәбиәт һөйөүселәр өсөн дә бәйгеләр ҡаралған – шиғыр ижад итергә яратыусылар һәм шиғырҙарҙы яттан һөйләүҙе үҙ итеүселәр өсөн конкурстар үтәсәк. Кәтибә Кинйәбулатова көндәре фәнни-ғәмәли конференция менән тамамланасаҡ.

Силәбе өлкәһенең Арғаяш районында тыуып үҫкән әҙибәнең яҡташы, Арғаяш районының Дәрүиш урта дөйөм белем биреү мәктәбенең башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Әлфиә Ғәлиева был саралар уңайынан түбәндәгеләрҙе һөйләне: “Кәтибә Кинйәбулатоваға арналған саралар үткән йылда уҡ башланғайны, быйыл дауам итәбеҙ. Дәрестә балалар менән уның шиғырҙарын өйрәнәбеҙ. Башҡортостан тарафынан ойошторолған видеоконкурста ла ҡатнаштыҡ, алты уҡыусы шағирәнең шиғырҙарын яттан һөйләп, видео төшөрөп һалды. Кәтибә Кинйәбулатованың ижады үҙенсәлекле, шиғырҙары ирмәк кенә, шуға күрә балалар уларҙы яратып ҡабул итә”.

Әлфиә Мәүлетбай ҡыҙы тағы ла Арғаяш районындағы мәктәптәрҙә башҡорт теле һәм әҙәбиәте дәрестәрен уҡытыуға ҡағылышлы хәлдәр менән дә уртаҡлашты: “Ҡасандыр башҡорт теле һәм әҙәбиәте дәрестәрен бөтөргәс, ауырға тура килгәйне. Дәрестәр кире тергеҙелеүгә балалар телде онотто, тиерлек. Кемдәрҙең өйҙәрендә ата-әсәһе улар менән башҡортса аралаша – шундай уҡыусылар телде белә, әлбиттә. Бәхеткә, беҙгә Башҡортостандан уҡыу әсбаптары, эш дәфтәрҙәре килтерҙеләр, улар буйынса уҡыта башлағас, еңелерәк булып ҡалды”.

Айгөл ЙӘМИЛЕВА

Читайте нас: